Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Афиша

18:00 ХӨРМӘТУЛЛА ҮТӘШЕВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ (ЮБИЛЕЙНЫЙ БЕНЕФИС ХУРМАТУЛЛЫ УТЯШЕВА)

14 МАРТТА Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
ХӨРМӘТУЛЛА ҮТӘШЕВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ үтәсәк!

Был матур көндө Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы ала. Хөрмәтулла Ғаззали улының бәхетле миҙгелдәре, шатлыҡтары, уңыштары–ҡаҙаныштары, уйнаған ролдәре, ҡуйған спектаклдәре, ғөмүмән, уның ижадына һәм тормошона арналған кисәлә танылған сәхнә йондоҙҙары «Йатаған» этно-төркөмө, «ZAINETDIN» этно-шоу проекты, RNT, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актерҙары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеләсәк.

РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

БАШЛАНА18:00 сәғ.