Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»

Театр хаҡында

Ҡыҫҡаса театрҙың бөгөнгө тормошо хаҡында

 

Йәшәү тарихын 1919 йылда башлаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры халыҡҡа республиканың тәүге театры, милли сәнғәтте һаҡлаусы һәм дауам итеүсе мөһим мәҙәниәт усағы булараҡ билдәле. Башҡорт академия театры үҙ сәхнәһендә бер быуатҡа яҡын ваҡыт юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлап, тыныслыҡ, миһырбанлыҡ һәм мөхәббәт идеалдарына хеҙмәт итә, халыҡ мәҙәниәтен, туған телде, милли рухты һаҡлай һәм көсәйтә, халыҡты берләштерә.

2014 йылдың 4 декабрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры иҫтәлекле датаны - нигеҙ һалыныуына 95 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо йылдар эсендә театр сәхнәһендә 662 спектакль ҡуйылған, улар - башҡорт, рус һәм донъя драматургияһы өлгөләре. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә төрлө йылдарҙа бик күп талантлы режиссерҙар, рәссамдар, артистар, композиторҙар ижад иткән. Улар театрҙың ҡабатланмаҫ тарихын яҙып, башҡорт халыҡ тарихының төп этаптарын да билдәләй барған.

Бөгөнгө көндә коллектив, милли колоритты, башҡорт сәхнә сәнғәтенең классик традицияларын һәм рус театр мәктәбе нигеҙҙәрен уңышлы һәм талантлы рәүештә бергә яраштырып ижад итә һәм, шул рәүешле, көндән - көн театр йылъяҙмаһына яңы биттәр өҫтәй. Театр репертуары башҡорт, рус, милли һәм сит ил авторҙарының әҙәби мираҫы менән бай, улар театр репртуарында төрлө жанрҙарҙа урын алған.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙ эшмәкәрлегендә рус театр мәктәбе нигеҙҙәренә ярашлы милли классик традицияларҙы һаҡлау, башҡорт сәхнә сәнғәтендә яңы художество - эстетик юлдар эҙләү, труппаны даими рәүештә яңы йәш көстәр менән тулыландырып тороу, театр үҙенсәлегенә ярашлы репертуар һайлау кеүек изге ынтылыштарға һәр ваҡыт тоғро. Шуны ла әйтергә кәрәк, Башҡорт академия драма театрында билдәле халыҡ шағиры Мостай Кәрим драматург булараҡ үҫеп, исемен донъяға танытты.

Һуңғы йылдарҙа театр әүҙем рәүештә яңы ижад формалары ҡуллана, әҫәрҙе сәхнәгә традицион булмаған ысулдар менән ҡуйыуҙы бойомға ашыра, ҡыйыу рәүештә экспериментҡа бара, яңы ижади көстәр эҙләй һәм репертуарҙы тағы ла байытыу, төрләндереү өҫтөндә эшләй һәм был өлкәлә донъя тәжрибәһен ҡулланып, инновацион ҡараш менән традицион формалағы Рәсәй театр эшенең дөйөм динамик үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай.

Бөгөнгө көн театр афишаһында 37 спектакль иҫәпләнә. Труппала - 58 драма артисы хеҙмәт итә. Улар З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын, А.В.Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын, Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаусылар.

Башҡарыу сәнғәтенең һәм спектаклдәр ҡуйыу оҫталығының юғары булыуы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына күп фестивалдәрҙә ҡатнашырға һәм уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры киләсәккә үҙенең маҡсаты итеп илебеҙ сәхнә сәнғәтенең быға тиклемге ирешелгән ҡаҙаныштарын һаҡлауҙы, шулай уҡ, театрға йәмғиәттең рухи ихтыяждарына яуап биреүсе сәнғәт төрө, социаль белем усағы булараҡ та ҡарап, уның үҫешенә яңы импульс биреүҙе ҡуя.