Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52

Билеттар

 
ОН-ЛАЙН биллетарҙы  kassy.ru сайтында алырға мөмкин: http://ufa.kassy.ru/building/bashkirskijj-teatr-dramy-56/
 
Бәйләнештәр:

Билет кассалары мөдире:
Халикова Фәнисә Фәнил ҡыҙы - 273-71-65
касса: 272-35-33
 
Баш администратор (билеттарҙы заказ итеү):
Солтанғужин Рөстәм Ринат улы - 8-927-355-25- 16, 8-917-356-63-45, 273-70-52, 273-81-34
 
Өлкән администратор (билеттарҙы заказ итеү):
Фәхретдинов Мәхмүт Нәсибулла улы - 273-80-83, 8-927-32-324-29
Сафина Альбина Марат ҡыҙы - 8-937-36-666-75

 

Администраторҙар (билеттарҙы заказ итеү):
Зәйнулина Рима Ирек ҡыҙы - 257-11-99,  8-917- 43-141-44
Рамаҙанова Нина Вильгельмовна - 273-81-27, 8-937-161-50-00
Волкова Гөлфирә Мәсәбих ҡыҙы - 8-917-415-29-83
 
Зал администраторы (билеттарҙы заказ итеү):
Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт  ҡыҙы - 8-917-731-54-59

VIP-ложа - иң уңайлы шарттар!

Хөрмәтле тамашасылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар, предприятие, фирма һәм ойошма етәкселәре !

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын: “Өфөнөң йәме, халыҡтың - ғәме” , - тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һәр кис театр үҙенең күркәм бинаһы, һоҡланғыс залдары, төрлө спектаклдәре менән тамашасыға байрам вәғәҙә итеп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, балҡып тора. Ошо байрамды театрҙың иркен, яҡты һәм күркәм мөхитендә тағы ла иҫтәлеклерәк, һағынып һөйләрлек итеп уҙғарырға теләүселәр айырым хаҡҡа тамша залының махсус VIP-ложаһына заказ бирә ала.

VI P-ложа - юғары комфорт, иң уңайлы шарттар!

Хәстәрлекле, яғымлы персонал!

Төрлө ойошмалар үҙҙәренең алдынғы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереп, эштәрендәге уңыштары, айырым ҡаҙаныштары, йәки юбилейҙары һәм ғүмер байрамдары менән ҡотлап театрҙың VIP-ложаһына билет менән бүләкләй ала. VIP-ложаға төрлө фирмалар һәм ойошма етәкселәре үҙҙәренең партнерҙарын һәм ҡунаҡтарын саҡырыу мөмкинлегенә эйә.

Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, йә һөйгән йәрҙәрегеҙ менән айырым ултырып спектакль ҡарарға, иркенләп аралашырға теләһәгеҙ - тамаша залының иң затлы, матур, зауыҡ менән йыһазландырылған айырым ложаһы Һеҙҙең өсөн.

VI P- ложа 18 урынлы.

VI P-ложала ултырыусының башҡа урындағыларҙан өҫтөнлөгө:

  • VIP- ложаға инеү - айырым ишектәрҙән, ложа тамаша залының иң уңайлы урынында урынлашҡан, бында сәхнәлә барған ваҡиғалар ус төбөндәгеләй асыҡ һәм яҡшы күренә.
  • VIP- ложа ҡунаҡтары театр буфеты ассортиментынан ҙур булмаған фуршетҡа заказ бирә ала.
  • VIP- ложа тамашасыларының автомобилдәрен ҡуйыу өсөн театр янында махсус урын ҡаралған.
  •  Һеҙҙең ҡарамаҡҡа театрҙа йыл буйы барған спектаклдәр, башҡа мәҙәни саралар.

 

IMG_7235

vip loza 038