Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Театр труппаһы

Ғәзетдинова Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы (1990)

Татарстан Республикаһының халыҡ артисткаһы (1997)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы (2003)

1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын (башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты) тамамлай.

1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

 

Театр – йөрәк эше

Башҡорт театрының шишмә башында торған данлы исемдәрҙе иҫкә алғанда улар юлын дауам итеүселәр хаҡында ла беҙ ҙур ғорурлыҡ һәм ихтирам менән һөйләйбеҙ, сөнки әлеге быуын - театрҙың бөгөнгөһөн бар ҡылыусы, замана менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүсе, рухи тормошобоҙҙо байытыусы талант эйәләре. Шуларҙың береһе – Илсөйәр Ғәзетдинова.

Тамашасы Илсөйәр Ғәзетдинованың һәр ролен ихлас алҡыштарға күмә. Актрисаның үҙ репертуары, илаһи сәхнәлә үҙ ауазы бар. Был ауаз бер кемде лә ҡабатламай, ул айырым. Был - йәшәйешебеҙҙәге юғары идеялар һәм күтәренке, затлы тойғолар ауазы. Актрисаның тормош ысынбарлығын сәнғәтсә дөйөмләштереп башҡалар йөрәгенә еткерә алыу оҫталығына хайран тамашасы. Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы сәхнә сәнғәтенең тәғәйенләнешен һәм бурыстарын тәрән аңлағаны, сәхнәлә фекер йөрөтә белгән ижадсыларҙың береһе булғаны өсөн дә уның ижадын юғары баһалай халҡыбыҙ.

Илсөйәр Ибраһим ҡыҙына ижади эҙләнеүҙәр, образдың иң нескә сифаттарына төшөнөү, роль өҫтөндә эшләгәндә юғары фантазия һәм сабырлыҡ хас. Әммә ошо сабырлыҡ эсендә йәшен тубына йомарланғандай ҡайнар, ҙур хистәр ята. Бындай уйын башҡорт сәхнәһенә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында, традицион сифат. Әлбиттә, был хистәр әллә ҡайҙан яралған тойғолар түгел, халҡыбыҙ күңеленән сыҡҡан, боронғолоҡтан килеп тоташҡан тормошто ҡабул итеү, ысынбарлыҡҡа ҡараш яңғырашы улар. Ә төрлө геройҙар яҙмышына тамашасы зиһенен аҡтарырлыҡ, йөрәген ҡуҙғатырлыҡ, күңелен иркәләрлек кимәлдә үтеп инеү таланттарға ғына хас сифат.

Илсөйәр Ғәзетдинова ижадындағы тәүге ролдәренән - Злфиәне , үҙе һылыу, үҙе ҡыйыу Һандуғасты («Бажалар» һәм «Тиле йәшлек» - И.Абдуллин) , ауыл ҡыҙҙарының иң сибәре Йәмиләне («Ҡыҙ урлау», М.Кәрим), сиған ҡыы Машаны («Тере мәйет, Л.Толстой), М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә Ғәлимәне, М.Фәйзиең «Ғәлиәбаныу»ында Ғәлиәбаныуҙы һ.б. иҫкә төшөрәйек. Уларҙы тамашасы бер күреүҙән хәтерендә ҡалдыра, сөнки образдарҙың һәр ҡайһыһын актриса оҫта рәссам кеүек ҡойоп ҡуя, күҙгә күренмәҫ деталдәренә ҡәҙәр тоя һәм улар тамашасы хәтерендә, ысынлап та, киң билдәле сәнғәт өлгөләре - картиналар кеүек уйылып ҡала.

Илсөйәр Ғәзетдиноваға бик күп режиссерҙар менән эшләү бәхете тейә һәм мөхәббәтле, йырлы -иоңло ролдәрҙең дә ниндәйҙәрен генә уйнарға тура килмәй уға. Был ролдәрҙә Илсөйәр Ғәзетдинованың һəр күҙəнəгенəн тормошто, матрулыҡты, театрҙы, тамашасыны, коллективын яратыу – барыһы- барыһы ла бөркөлә. Тағы ла, актриса тамашасыны сағыу һылыулығы, сөм ҡара сәстәре, наҙлы, моңло тауышы, кереп аҙашырлык тәрəн ҡарашы, ҡайнар темпераменты менән әсир итә.

Йылдар үтеү менән Илсөйәр Ғәзетдинованың урта һәм өлкәнерәк йәштәге ролдәргә күсеүен дә тәбиғи ҡабул итә тамашасы. Шул уҡ сәхнә һөйкөмлөлөгө, тәрән хистәр, сәхнә һәм тормош тәжрибәһенең генә бер аҙ артыуы... Зинира Атнабаеваның 2004 йылда сәхнә күргән “Өҙөлгән туй” драмаһы ысынбарлыҡта булып үткән ваҡиғаларға нигеҙләнгән (режиссеры - Р.Хәкимов). Был пьесала И.Ғәзетдинова Майнурбикә ролен башҡара. Ул йылдарҙа театр актрисаһы Зинира Атнабаеваның төҙөк композициялы, ҡыҙыҡлы образдар һәм характерҙары булған, үҙенсәлекле «лгн туй» драмаһын ижад итеүе сәхнәләштәрен бик шатландырғайны. Пьесала ваҡиғалар түбәндәгесә. Майнурбикә, балалары булмағас, ғаиләһен һаҡлап ҡалырға теләп, ире Арыҫландың икенсе тапҡыр өйләнеүенә ризалыҡ бирә. Әммә көндәш йортҡа килеү менән «мөхәббәт өсмөйөшө» өс яҡҡа тартыла башлай. Арыҫлан ике ҡатыны араһында өҙгөләнә. Майнурбикә йәш көндәше Алтынайың йәшлегенә, һылыулығына көнләшә, үҙен яратып йөрөгән Ибраһимдың тәҡдиме хаҡында ла баш вата, ә йәш ҡатын иһә ире тик уныҡы ғына булыуын теләйМайнурбикә тәрән психологик характерҙағы роль, барлыҡ ваҡиғалар уның тирәләй бара, һәр ым- ишараһынан геройҙар яҙмышы үҙгәрә. Актриса Майнурбикәне зиһенле, үҙ бәҫен белгән сабыр ҡатын итеп һүрәтләй. Әммә Майнурбикә тәбиғәте менән ҡатын-ҡыҙ: балсыҡҡа шәрбәт һәм тоҙ ҡушып әҙәм ҡабырғаһынан яратылған. Нескә тойғолар менән башҡара актриса Майнурбикәне. Тамашасы ҡыҙыҡһыныу ҡатыш һоҡланыу менән уның һәр хәрәкәтен күҙәтә.

Илсөйәр Ғәзетдинованы киң диапозонлы актриса, тиҙәр. Был билдәләмәнең хаҡлығына уның һуңғы йылдарҙа ижад иткән ролдәренә ҡарап йәнә бар ҡат инанабыҙ. Мәҫәлән, «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, реж. А.Абушахманов) музыкаль комедияһы бөгөнгө көндә репертуарҙағы иң популяр спектаклдәрҙең береһе, ул байтаҡ фестивалдәрҙә ҡатнашҡан әҫәр. Боронғо йола буйынса Сураҡай исемле егеткә бала саҡта уҡ еңгәһен – йәғни донъя ҡуйған ағаһының ҡатыны Аҫылбикәне алып бирәләр. Сураҡайға Аҫылбикәнең Юлғотло исемле 40 йәшлек улы ла күсә. Был хәлде, әлбиттә, күҙ алдлына баҫтырыуы ҡыйын. Бала ғына «ирен» әпәүләп үҫтереп алырға тейеш була Аҫылбикә. Йола ҡушҡас ни ҡылаһың, ә 40 йәшлек улы Юлғотлоно ҡайҙа ҡуяһың? Бына шундай ҡыҙғаныс, сетерекле һәм тәү ҡарашҡа көлкөлө хәлдә ҡалған сая ҡатын-ҡыҙҙы һынландыра актриса. Уның Аҫылбикәһе бер аҙ аптырашта, әммә Сураҡай үҫеп буйға етерен сабыр ғына көтөргә риза ҡатын.

«Ҡоҙаса» музыкаль комедияһындағы (Б.Бикбай, комп. З.Исмәғилев, реж. А.Абушахманов) Яппарҙың әбейе роле лә Илсөйәр Ғәзетдинованың сәхнә темпераментына ятып ҡына тора, уға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел, Шәмсиә образынан халыҡсан юмор бөркөлә, бөтмөр ҡарсыҡ донъяһын да дер һелкетеп алып бара, бабайын да ҡыҫҡа дилбегәлә тота.

«Минең ғаиләм» (Т.Дәүләтбирҙина. Реж. А.Абушахманов) спектаклендә И.Ғәзетдинова шулай уҡ тамашасы кинәнеп ҡарарлыҡ шаян, һөйкөмлө Маруся әбей ролен башҡарҙы. Күҙлек кейгән, оҙон күлдәктә, яулыҡ ябынған ҡала ҡарсығы Маруся башҡортса ла һөйләшә, эскәмйәлә ауыл ҡарты менән гәпләшеүен, йәштәрсә теттереп бейеү сәхнәһен тамашасы һәр осраҡта ла алҡыштарға күмде. Илсөйәр Ғәзетдинованың Марусяһы - тормошҡа ғашиҡ, оптимист, ихлас замана ҡарсығы һәм ул ғәжәйеп ышандыра, сөнки актриса был образға үҙе ышана.

Ни генә тимәйек, театрҙа һәр актер айырым һәләткә эйә: уларҙың бер образдан икенсегә «күсеп» тамашасыны «үҙ артынан эйәртеү» маһирлығы ла төрлө, йөҙ-ҡиәфәте лә бүтән. Ә шул үҙенсәлектәр араһында иң мөһиме – тәбиғәт биргән зиһен һәм хоҙай инселәгән талант, унан ҡайта тырышлык һәм театрға бирелгәнлектер, моғайын Режиссерҙар ҙа кем театр, гел сәхнә менән йәшәгәнен күрә, уға ролде лә ышанып, йышыраҡ тапшырғанын беләбеҙ. Бөгөн Илсөйәр Ғәзетдинова күп уйнай. Уның байтаҡ ролдәренән драматург был образды тик уның өсөн генә яҙған кеүек тойола. Мәҫәлән, Александр Островскийҙың Бирнәһеҙ ҡыҙдрамаһындағы Огудалова актрисаның һуңғы йылдар сәхнә ижадында бер боролош булды. Тәжрибәле актрисаның был классик ролдә драманың темаһы һәм йөкмәткеһенә, бөгөнгө көндә актуаллегенә ҡарата эске тойомлауы бик ҡыҙыҡлы һәм тамашасы Харита Игнатьевна Огудалова образында бер яҡлыраҡ фекер йөрөткән, һай фекерле , ҡайһы-бер көйәҙ замана ҡатын-ҡыҙҙарын күрә.

Режиссер Вәли Ғәлимов ҡуйған «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури, Ғ.Әмири) драмаһы 80- се йылдар башында театрҙың иң популяр спектаклдәренең береһе була. Ғәлимә роле Илсөйәр Ғәзетдиноваға бирелә. Театр йылъяҙмаһында был башҡарылыш образдың бөтә тулылығы, кеше наҙанлығы ҡорбаны Ғәлимәнең барлыҡ әрнеү, үкенестәре, зиһендәргә үткән тетрәткес йыры менән (композиторҙар - М.Вәлиев, Ш.Ҡолбарисов) тәрән уйылып ҡала. Шуға ла 2014 йылда ҡуйылған «Ҡара йөҙҙәр»ҙең яңы сәхнә версияһындағы (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы, режиссеры Айрат Абушахманов, был ҡуйылышта И.Ғәзетдинова Ғәлимәнең әсәһе Хәмиҙә ролендә) Хәмиҙәнең кисерештәре актрисаға икеләтә аңлайышлы. « Хәмиҙә инәй: был әҙәм хурлығына нисек сыҙамаҡ кәрәк? Кеше күҙенә нисек күренербеҙ?- тип илап ебәрҙе. Уның был һүҙҙәрҙе артыҡ өҙөлөп әйтеүе һәм балалар төҫлө илауы беҙгә һуң дәрәжәлә ауыр тойолдо», -тип һөйләй хикәйәсе малай Ғәли. Күренеүенсә, был роль дә тәрән кисерештәр, күңел тетрәнеүе талап итә. Ябай халыҡ вәкиленең, ҡыҙы нахаҡҡа рәнйетелгән әсәнең әрнеүҙәрен тамашасы ла тәрән аңлай.

Эйе, Илсөйәр Ғәзетдинованың ҡатын - ҡыҙ ролдәре – тормоштоң үҙе кеүек сыбар, сәскәле болонда хуш еҫ таратҡан ҡыр сәскәләре һымаҡ төрлө. «Мин – ҡатын-ҡыҙ» (Т. Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы нигеҙендә ҡуйылған спектакль, режиссеры-Илсур Ҡаҙаҡбаев). Илсөйәр Ғәзетдинова был бишек йырында (жанры) доктор Айҙарә Әхәтовна ролендә . Балаһынан баш тартҡан йәш әсә Дилемманың күҙен асырға тырыша. Уның тәрбиәүи һүҙе йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡыу түгел, ә күпте күргән, тәжрибәле табиптың йөрәк әрнеүе булып яңғырай.

«Бәхет хаҡы» (Хәлисә Мөҙәрисова, режиссеры -Айрат Абушахманов) театрҙа инде нисәнсе миҙгел ғәйәт уңышлы барған музыкаль мелодрама. Быға тәү нәүбәттә спектаклдә уйнаған йондоҙло состав сәбәпсе, әлбиттә. Илсөйәр Ғәзетдинова спектаклдә Гөлфиназ ролен башҡара. Ире менән һәүетемсә, донъянан йәм табып көн иткән ғаилә пары спектаклдең образын яҙыуҙа мөһим роль уйнай. Спектаклдә Гөлфиназдың тормошҡа үҙ ҡарашы, төп идеяны еткереүҙә һалмаҡ өлөшө бар.

«Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбай, реж. И. Вәлиев) комедияһындағы Фәнүзә ролен айырыуса ярата тамашасы. Спектаклдә И.Ғәзетдинова актриса Фәннүр-Фәнүзә ролен башҡара. Уның ҡайсандыр үҙен ауырлы килеш ташлап киткән элекке ҙур начальник Гәрәй менән санаторийҙа осраҡлы ғына осрашыуы, күңел кисерештәре тамашасыны сикһеҙ тулҡынландыра, тормош хаҡында тәрән уйҙарға һала.

.Инде сәхнәлә күпме ғүмер уйнап Илсөйәр Ғәзетдинова бер фекергә инаныуҙан туҡтамай: сәнғәттә һин башҡаларға ҡыҙыҡлы булырға, үзеңдең кем икәнлегеңде ҡайта-ҡайта иҫбатлап торорға тейешһең. Тамашасы һинең һәр сығышыңдан яңылыҡ көтә, ул һине гелән бүтәнсә ҡабул итергә тейеш.

Әсә ролдәрен бығаса ла байтаҡ башҡарырға тура килә актрисаға, әммә Мөҙәрис Бағаев пьесаһы буйынса «Ике төш» (режиссеры-О.Ханов) драмаһындағы Миңзифа балалары өсөн янып, борсолоп ғүмер иткән, ерҙә йәшәү өсөн көрәшкән барлыҡ әсәләрҙең йыйылма образы кеүек. И.Ғәзетдинованың Миңзифаһы балаларын юғалтыу ҡайғыһынан әҙәм төҫөн йуйған йәнһеҙ ҡарсыҡ түгел, ә әсә тигән бөйөк мәғәнәгә тоғро ҡалыусы етди, йәнле образ булып күҙ алдына баҫа.

Ғүмер буйы ошондай баш әйләндергес ижади юғарылыҡта йәшәү, яулаған бейеклегеңде һаҡлау еңел түгелдер. Илсөйәр Ғәзетдинованың барлыҡ ижад юлы яңынан – яңы артылыштарға үрләү, иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндә лә тынысланып ҡалмау. Тамашасыларҙы төрлө асыштар, сәхнә оҫталығы менән туҡтауһыҙ ҡыуандырыу. Уның уңыштары – сәхнәгә сикһеҙ мөхәббәтенән, йөрәк ҡушыуы буйынса изге маҡсаттарға ынтылышынан. Ә Театр, ни генә тимәйек, йөрәк эше.

Р. Йәһүҙина

Играет в спектаклях:

«БЕР МӘЛ САНАТОРИЙҘА...» роль: Фәнүзә ,2-се әбей
«МИН - ҠАТЫН - ҠЫҘ» роль: Айзарә Әхәтовна
«ШӘҮРӘКӘЙ» роль: Аҫылбикә
«ҠОҘАСА» роль: Мәхмүзә
«БӘХЕТ ХАҠЫ» роль: Гөлфиназ
«БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ» роль: Харита Игнатьевна Огудалова
«ҠАРА ЙӨҘҘӘР» роль: Хәмиҙә
« ИКЕ ТӨШ » роль: Миңзифа