Туғанлыҡ

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы үтте

Бөгөн, 18 апрелдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы уҙҙы. Унда фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов ҡатнашты. «Туғанлыҡ» фестивале Өфө ҡалаһында 23 майҙан алып 30-сы майға тиклем барасаҡ. «Баш ҡаланың биш театр майҙанында 12 илдән һәм республиканан ижади коллективтар киләсәк, — тине Олег

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ» фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға саҡырабыҙ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә 14.30 сәғәттә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға үтәсәк. Спикерҙар: фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов. Тулыраҡ мәғлүмәт: Туганлык-2019.

Тулыраҡ
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре иғтибарына!

«Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленә бағышланған пресс-конференцияға саҡырабыҙ! Пресс-конференция театр фойеһында 18 апрелдә 14.30 сәғәттә башлана. Спикерҙар: фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов. Аккредитация: (347) 272-39-30, gafury_lit@mail.ru Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туғанлыҡ» фестивале Өфөлә 23-се майҙан 30-сы майға тиклем уҙғарыла.

Тулыраҡ
«Туғанлыҡ-2019» фестивале башланыуға ике ай ҡалды

Теүәл ике айҙан республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале башлана. Афишала Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Үзбәкстан, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Фестивалдең программаһы: бында.

Тулыраҡ
“Туғанлыҡ” яҡынлаша…

Өфөлә 23-нән 30 майға тиклем “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ. Афишала Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Үзбәкстан, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль. Тулыраҡ мәғлүмәт: ТУГАНЛЫК-2019 

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНӘ ЗАЯВКАЛАР ҠАБУЛ ИТЕҮ ДАУАМ ИТӘ

2019 йылдың 23-нән 30-сы майға тиклем үтәсәк Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестиваленә Ойоштороу комитеты заявкалар ҡабул итә. *********************************************** Напоминаем, что до 1 декабря 2018 года продолжается ПРИЕМ ЗАЯВОК НА УЧАСТИЕ В МЕЖДУНАРОДНОМ ФЕСТИВАЛЕ ТЮРКОЯЗЫЧНЫХ ТЕАТРОВ «ТУГАНЛЫК», который пройдет с 23 по 30 мая 2019 года в Республике Башкортостан. Заявки на участие в Фестивале

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕН ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ

VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале — барлыҡ театрҙарҙы берләштергән Өфөләге ҙур мәҙәни сара тамаланды. Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды. Еңеүселәргә приздар түбәндәгесә бүленде: «Иң яҡшы спектакль» — «Антигона» спектакле (Ж.Ануй, реж.Ф.Бикчантаев) М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Иң яҡшы режиссер эше» — «Дон Жуан» спектакле өсөн

Тулыраҡ
Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары менән осрашты. —  Беҙ барыбыҙ ҙа туғандар, бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы. — Мәҙәниәт – нигеҙҙе тәшкил итә, мәҙәниәтһеҙ алға барыу мөмкин түгел. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2016 йылда республика театрҙары тамашаларын 1

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 7-CЕ КӨН

13-сө сентябрь, шаршамбы. Фестиваль уңышлы дауам итә. «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҙур тәжрибә тупланды, оҫталыҡ дәрестәре файҙалы үтте, — тиҙәр килгән ҡунаҡтар. Көндөҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Мәҙәниәт диалогы» темаһына матбуғат конференцияһы үтте. 19.00 сәғәттә, Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ҡаҙағстан «Жастар» театры Николай Гогольдең «Ревизор» комедияһын күрһәтте. Театрҙың Художество

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 6-CЫ КӨН

Фестиваль ғәҙәттәгесә кисә булған Әзербайжан дәүләт Йәш тамашасы театры «Cəza» («Яза») спектакле һәм Ҡ.Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театрының спектакле «Тормош-күтәрелеү» спектаклдәре хаҡында фекер алышыуҙан башланып китте. Сәғәт 12-лә Актерҙар йортонда түңәрәк өҫтәлгә йыйылдылар. Рәсәй федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзалары Фестивальдә ҡатнашыусы театр етәкселәре Исрафилов Р.В., Манджиев Б.Н., Корчак М.М. менән осрашыу уҙғарҙы. Осрашыу ваҡытында

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 5-CЕ КӨН

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале көндән-көн күләмлерәк, йөкмәткеле була бара. Шулай итеп, бөгөн 14.00 сәғәттә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференц-залында фәнни-ғәмәли «Театр һәм Төрки телле мәҙәниәттәр диалогы» конференцияһы уҙҙы. Был конференцияға махсус ҡунаҡ та саҡырылған: Голдсмит университеты профессоры Мария Шевцова (Лондон, Бөйөк Британия). Бөйөк Британияның театр тәнҡитсеһе был конференцияла ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына,

Тулыраҡ