Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 4-CЕ КӨН

«Туғанлыҡ» дауам итә. Дүртенсе көндә лә, йола буйынса иртән театр тәнҡитселәре үткән спектаклдәр тураһында фекер алышты. Кисен Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театр сәхнәһендә Альбер Камюның (Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендә) конкурстан тыш «Калигула» спектаклен ҡараны. Шулай уҡ Өфө «Нур» театрында Дағстандан Ноғай драма театры сығыш яһаны. Федерико Гарсиа Лорканың «Бернарда Альба йорто» тип исемләнгән спектаклен тәҡдим

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 3-СӨ КӨН

Фестивалдең өсөнөсө көнө  Театраль йыйын менән башланып китте. Ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге яланда йыйылды.  Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы алды, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйланы. Йыйын һабантуй форматында ойошторолдо. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты. Мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡта йүгереү

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 2-СЕ КӨН

Туғанлыҡ фестиваленең икенсе көнө Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһы буйынса фекер алышыуҙан башланып китте. Ул «Президент-Отель» ҡунаҡханаһының Конференц — залында уҙҙы. Көндөҙ сәғәт 14.00 Актерҙар йортонда Игорь Овчинников «Театрҙа Интернет технологиялар», «Театр маркетингы» буйынса лекциялар уҙғарҙы. Кис көнө сәғәт 19.00 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәғнәһендә «Алып Пил Тараан» (М. Кильчичаков, А.М.Топанова исемендәге Хакас

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 1-СЕ КӨН

Бөгөн Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ- ара фестивале асылды. Йола буйынса, сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып китте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, министр урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Өфө ҡала Хаҡимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, фестивалдең директоры Олег Ханов һәм жюри, театр тәнҡитселәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Унан һуң Театр урамы буйлап

Тулыраҡ
ИРТӘГӘ! «ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕ АСЫЛА

Иртәгә Төрки телле театрҙарҙың алтынсы «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестивале асыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы фестивалдә төрки донъяһынан ун театр коллективы килә. Инде Хаҡас, Ҡырғыҙстан, Татарстандан вәкилдәр иҫән-һау килеп етте! Жюри һәм театр тәнҡитселәре лә берәм-берәм Башҡортостанға табан юлланды. Иртәгә фестивалде асыу тантанаһы үтә. 16.30 — Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу 17.00 — театр алдындағы майҙанда театрлаштырылған тамаша

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ГАЛА-КОНЦЕРТЫНА САҠЫРАБЫҘ!

Ете көн, ете төн дауамында төрки донъяһы артистары Өфө театрҙары сәхнәләрендә үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтәсәк. 14 сентябрь – “Туғанлыҡ” Фестивален ябыу тантанаһында төрки телле артистарҙың ижади ярышына һөҙөмтә яһала – был көндө иң яҡшы артистар, режисерҙар, сценографтар, композиторҙар исемдәре билдәле буласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы башҡорт эстрада йондоҙҙары һәм төрки театр артистары башҡарыуында иң шәп,

Тулыраҡ
ТӨРКИ ТЕЛЛЕ ТЕАТРҘАРҘЫҢ «ТУҒАНЛЫҠ» ХАЛЫҠ-АРА ФЕСТИВАЛЕНӘ БАҒЫШЛАНҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Бөгөн, 16 август «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-залында Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы уҙҙы. Унда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры художество етәксеһе, фестивалдең директоры Олег Ханов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 2012 йылда үткән «Туғанлыҡ» фестивале лауреаты Азат Йыһаншин, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы председателе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНӘ БАҒЫШЛАНҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҒА САҠЫРАБЫҘ

16 августа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-залында Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференция үтәсәк. Башлана 14.30 сәғ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туғанлыҡ» фестивале Өфөлә 7 сентябрҙән 14-нә тиклем уҙғарыла.

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ МАХСУС ҠУНАҒЫ — ЛОНДОН УНИВЕРСИТЕТЫ ПРОФЕССОРЫ

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына Бөйөк Британиянан махсус ҡунаҡ саҡырылған. Мария Шевцова — театр белгесе, театр тарихын өйрәнеүсе. Ул Лондондағы Голдсмит университетының театр һәм сәхнә сәнғәте кафедраһын етәкләй. Театр тураһында мәҡәләләр, монографиялар, китаптар авторы. Уның баҫмалары донъяның 11 теленә тәржемә ителгән. 2002 йылдан

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНЫУҒА БЕР АЙ ҠАЛДЫ

Теүәл бер айҙан республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестивале башлана. 7 сентябрҙән 14-нә тиклем баш ҡалабыҙҙың театрҙары майҙанында 12 илдән төрлө спектаклдәр күрһәтеләсәк. Улар араһнда Хакас, Алтай, Балҡар,  Тыва, Сыуашстан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан,  Дағстан, Әзербайджан республикалары, Төркиәнән театр коллективтарының сығыштары ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурс программаһы сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма

Тулыраҡ