Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»

Театрға рәхим итегеҙ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына йөрөү тәртибе

 

Театр - сәнғәттең бер төрө. Театр сәхнәһендә тамашасыға яңы идеялар биргән, ҡараштарын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән, донъяға яңыса ҡарарға ярҙам иткән художестволы ваҡиғалар башҡарыла. Артистар пьесалағы хәл-ваҡиғаны тамашасының күҙ алдында уйнай. Ғәҙәттә, пьесаның нигеҙендә, драматургия ҡанундарына ярашлы характерҙар, шәхестәр көрәше, ижтимағи - сәйәси ҡаршылыҡтар, төрлө идеялар ята. Спектаклде ҡарағанда, уның йөкмәткеһен, төп мәғәнәһен аңлар өсөн, геройҙарҙың кисерештәрен үҙ итеп, улар менән бер бөтөн булып “йәшәү”кәрәк.

Тәрбиә эшендә театрҙың роле бик ҙур. Ул кешелектең мәңгелек рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре хаҡында һөйләй, гүзәллекте аңлай һәм уға һоҡлана белеү тойғоһо, телмәр матурлығы тәрбиәләй.

Театрға инеү менән уның мөһабәт бинаһы, матурлығы хайран ҡалдыра. Был сәнғәт усағына мәҙәниәтле, бай рухлы кешенең килгән һайын килгеһе килә.

Хөрмәтле тамашасылар, әгәр театрыбыҙҙа уҙғарған кисегеҙ матур тәъҫораттар ҡалдырһын, тиһәгеҙ, ошо, үтәргә кәрәкле ҡағиҙәләргә иғтибар итһәгеҙ ине!

Был ҡағиҙәләрҙең төп маҡсаты булып йәмәғәт тәртибен, тамашасыларҙың һәм театр хеҙмәткәрҙәренең именлеген, театр мөлкәтенең бөтөнлөгөн һаҡлау тора.

Спектаклгә билет алып һәм уны театрға ингәндә контролерҙарға күрһәтеп, тамашасы ошо ҡағиҙәләр менән ризалығын һәм уларҙы үтәргә, Театр бинаһында йәмәғәт тәртибен һаҡларға әҙерлеген белдерә.

Тамашасыға теләк:

  • Төрлө аңлашылмаусанлыҡтарҙы һәм бәхәсле хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн был Ҡағиҙәләр менән билет алғанға тиклем үк танышһағыҙ ине.

Билет алыу

  • Театрға бер билет менән (театр билетын күрһәткән кеше) бер кеше инә ала. Һәр бер өлкән тамашасы һәм һәр бала, балаға нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, айырым билет алырға бурыслы.
  • Билетты спектаклдең аҙағына саҡлы һаҡларға һәм театр администрацияһы вәкиленә тәү һорағанында уҡ күрһәтергә кәрәк.
  • Билет алғанда репертуарҙа һәм афишаларҙа спектаклдең үҙенсәлектәренә ҡағылышлы төрлө иҫкәрмәләргә, йәш сикләүҙәренә иғтибар итеү кәрәк. Улар хаҡында билет һатыусынан да белешергә мөмкин.

Бәлиғ булмағандар өсөн билет алыу

  •  Көндөҙгө спектаклдәргә беҙ 3 йәштән дә бәләкәй булмаған балаларҙы саҡырабыҙ.
  • 7 йәшкә тиклемге балалар спектакль ҡарарға ата- әсәләре, йә башҡа өлкән туғандары менән генә килә ала.
  • Киске спектаклдәргә 12 йәшкә тиклемге балаларға йөрөү тәҡдим ителмәй, ә 12 йәштән өлкәндәргә - ата-әсәләре һәм башҡа өлкән туғандары менән килергә     мөмкин.
  • Бәлиғ булмағандар өсөн билет алғанда сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы бала нисек ҡабул итерен, спектакль ҡарағанда үҙен нисек тотасағын да алдан уйларға кәрәк.
  • Театр адиминстрацияһы спектаклдәрҙә уйнаған актерҙар составына, тамашасыны алдан иҫкәртеп тормай, үҙгәрештәр индерергә хоҡуҡлы. Башҡарыусылар составындағы үҙгәрештәр билетты кире тапшырырға нигеҙ була алмай.
  • Театр администрацияһы бер спектаклде икенсеһе менән алмаштырырға хоҡуҡлы.

Театрға инеү

  • Театрға индереү спектаклгә 45 минут ваҡыт ҡалғас башлана. Театрға үтеү - төп ишектәрҙән, мотлаҡ билеттар буйынса.
  • Спектаклгә һуңлағанға төрлөсә аҡланып, партерға үтергә тырышыу һөҙөмтә бирмәй. Тамашасы спектаклгә ваҡытында килеп етеүҙе алдан ҡайғыртырға тейеш.
  • Театрға билет күрһәтеп ингәндә, сират булдырмаҫ өсөн, спектаклгә алдараҡ килеү яҡшы.
  • Театрға ингәндә тамашасы тәртип һаҡларға һәм билет тикшереүсенең һәм администраторҙың талаптарын үтәргә тейеш.
  • Театрға күмәк килгәндә төркөм етәксеһе билеттарҙы контролерға бирә, үҙе артҡараҡ китә һәм, алдынан, сиратлап төркөмдөң бар ағзаларын үткәрә. Һуңлап килгән баланы (ата- әсәһе менән) уҡытыусы ишек төбөндә ҡаршылай.
  • Театрҙа билетһыҙ йөрөү, шулай уҡ тамаша залы, музей, фойе, буфет, гардероб, бәҙрәфтән тыш, театрҙың башҡа бүлмәләренә инеү ҡәтғи тыйыла.

Нимә ярамай

  • Театрҙа өҫ кейемендә йөрөү.
  • Ашамалыҡтар, эсемлектәр менән инеү.
  • Иҫерек йә наркотиктар ҡулланған килеш.

Тамаша залына үтеү һәм спектакль ҡарау

  • Тамаша залына спектакль башланырға беренсе ҡыңғырау бирелгәндән һуң инергә мөмкин (спектакль башланырға 15 минут ҡалғандан да алда түгел).
  • Администрация менән һөйләшмәй, үҙ белдегең менән, билетта күрһәтелмәгән урындарға ултырыу тыйыла.
  • Театр администрацияһы тамашасыларҙың билеттары барлығын тикшерергә хоҡуҡлы.
  • Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң тамаша залына үтеү тыйыла.
  • Һуңлаған тамашасы, айырым осраҡта, бельэтаж һәм 1 - се яруста, администратор күрһәтмәһенә ярашлы, ситтәге буш, йәки иң һуңғы рәттәрҙәге урындарҙа ( ундай урындар ҡалған хәлдә) ултырып тәүге актты ҡарай, ә антрактта билетында күрһәтелгән урынға күсеп ултыра ала.
  • Спектакль барғанда рәт араларында йә ишек төптәрендә тороу тыйыла.
  • Спектакль барышында кеҫә телефондарын һүндереп тороу, йәки тауышһыҙ режимға күсереү мотлаҡ.
  • Спектакль барышында зал буйлап йөрөү, тауышланыу, һөйләшеү, ашау - эсеү, телефондан һөйләшеү ярамай.
  • Тамаша залында Ҡағиҙә боҙоусынан Театр администрацияһы залдан сығыуҙы талап итергә, әгәр талапҡа буйһонмаһа, залдан сығарырға хоҡуҡлы.
  • Спектаклде фотоға төшөрөү, видеотаҫмаға яҙҙырыу, аудиояҙма эшләү тыйыла.
  • Спектакль тамамланғас, залға ут тулыһынса бирелгәнгә саҡлы, урында ҡалырға кәрәк.
  • Спектаклгә күмәк килгәндә группа етәксеһе һәм ата-әсәләр группаның һәр ағза өсөн яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Спектаклгә бер кеше икенсеһен оҙатып килгән осраҡта оҙатып килеүсе икенсеһе өсөн шулай уҡ яуаплы.
  • Тамаша залына өҫ һәм баш кейемендә инеү йәки уларҙы ҡулда тотоп индереү ҡәтғи рәүештә тыйыла, залға ҙур-ҙур әйберҙәр: рюкзактар, оло пакеттар, сумкалар, портфелдәр, сумаҙандар, фотоаппараттар, видеокамералар, плеерҙар, магнитофондар, башҡа төрлө видео- һәм аудияҙмалар эшләүсе аппараттар, төрлө ризыҡтар, креслоларҙы бысратырҙай, башҡаларға ҡамасауларҙай башҡа әйберҙәр алып инеү ҡәтғи тыйыла.

Театр буфеты

  • Театр буфеты спектакль башланғанға тиклем 45 минут дауамында эшләй.
  • Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң театр буфеты ябыла һәм тамашасыны башҡаса хеҙмәтләндермәй.

Гардероб

  • Тамашасы өҫ кейемен гардеробҡа тапшырырға тейеш.
  • Театр тамашасының ҡараусыһыҙ ҡалдырылған йә өҫ кейеме менән бергә гардеробҡа тапшырылған аҡсалары, валюта, ҡиммәтле ҡағыҙҙары, башҡа зиннәтле әйберҙәре юғалыуы өсөн яуап бирмәй.
  • Өҫ кейемен тапшырғанда бирелгән Гардероб номерын юғалтҡан осраҡта тамашасы Театрға 500 һум күләмендә уның хаҡын ҡайтара.
  • Гардероб номерын юғалтҡан тамашасыға кейеме иң аҙаҡ бирелә.
  • Спектакль тамамланғандан һуң гардероб 30 минут эшләй.

Башҡа шарттар

  • Театрҙа саҡта тамашасы Театр мөлкәтенә һаҡсыл ҡараға, таҙалыҡ һаҡларға, янғынды булдырмау ҡағиҙәләрен һәм ошо күрһәтмәләрҙе үтәргә тейеш.
  • Театрға матди зыян килтергән осраҡта тамашасы, Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы.
  • Тамашасы Театр администрацияһына һәм тамашасыларҙы хеҙмәтләндереүселәргә ихтирам менән ҡарарға, дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш (һүгенеү, залда тауышланыу, холҡоңдо күрһәтеү, залда башҡаларға ҡамасаулап, ҡыштырлап ултырыу тыйыла).
  • Театрҙа тәмәке тартыу рөхсәт ителмәй.
  • Сәхнәгә һәм техник цехтарҙың бүлмәләренә инеү ҡәтғи тыйыла.
  • Театр администрацияһы хеҙмәтләндереүсе персоналдың законлы күрһәтмәләрен үтәмәгән, тәртип боҙған, дөйөм ҡағиҙәләргә буйһонмаған тамашасынан Театрҙы ҡалдырыуын һорарға хоҡуҡлы, ундай тамашасыға билет хаҡы ҡайтарылмай.
  • Театрға йөрөү, Концерт залдарында, музейҙарҙа, художестово күргәҙмәләрендә булыу беҙҙән төрлө этикет ҡағиҙәләрен белеүҙе һәм уларҙы үтәүҙе талап итә. Иң башта был кейемгә ҡағыла.
  • Театрға йәки концертҡа йыйынғанда тыйнаҡ төҫтәге классик костюмға өҫтөнлөк биреү отошло.
  • Театрға кейеп бара торған кейем көндәлек кейемдән айырылырға тейеш.
  • Ҡатын-ҡыҙҙар спектаклгә ир-егет менән барырға йыйынған хәлдә, кейемдәре лә бер-береһенекенә ярашлы булып, береһе икенсеһен тулыландырып торһа, бигерәк тә килешле.
  • Ир-егеткә ҡарараҡ төҫтәге костюм кейеү яҡшы.
  • Һалҡын көндәрҙә үҙегеҙ менән алмаш аяҡ кейеме (туфли) алыу зарур. Этикет ҡағиҙәләре ложаларҙа һәм партерҙың тәүге рәттәрендә ултырған ир - егеттәргә фрак йәки смокинг, ә ҡатын- ҡыҙҙарға - байрамса күлдәк һәм бирсәткәләр кейеүҙе лә күҙ уңында тота. Зауыҡлылыр премьера спектакленә матур кейемдә, ә башҡа көндәрҙә театрға ябай кейемдә лә килә , тигән фекерҙә был ҡағиҙә.

 Этикет рөхсәт итмәй:

  • Тамаша бөткәс тә китергә ашыҡмағыҙ. Актерҙарҙың баш эйергә ҡабат - ҡабат сығыуҙары мөмкин Һәм уларға ошо илаһи минуттарҙа тамашасының таралышыуын күреү күңелле булмаҫ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: артистарға иң ҙур бүләк һеҙҙең ҡул сабыуҙарығыҙ!
  • Спектакль барышында мөмкин тиклем шауламаҫҡа, башҡаларға ҡамасауламаҫҡа, күршегеҙ менән ҡысҡырып һөйләшмәҫкә тырышығыҙ. Кисерештәр менән уртаҡлашыуҙы антрактҡа ҡалдырығыҙ. Театрға дуҫ - иштәрегеҙ менән килгән осраҡта залда йә театр холында ҡысҡырып фекер алышыу йәмһеҙ күренеш.
  • Спектаклгә ҡарата, актерҙар ишетелерлек итеп үҙ фекереңде ҡысҡырып ултырыу- әҙәпһеҙлек. Сәнғәтте ысын мәғәнәһендә аңлаған һәм ихтирам иткән, спектакль тамамланғас та әлеге ваҡиғалар эсендә йөҙгән ихлас тамашасыларҙың кисерештәрен ихтирам итегеҙ.

 Синхрон тәржемә

  •  Башҡорт дәүләт академия драма театры спекталде рус теленә тәржемә итеү өсөн махсус ҡоролма менән йыһазландырылған. Синхрон тәржемәне тыңлау аппараттарын арендаға алып тороу түләүһеҙ. Бының өсөн спектакль алдынан контролерҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бинокль 

  • Театрға биноклде үҙең менән килтерегрә, йәки, айырым шарттарҙа, Театр хеҙмәткәрҙәренән алып торорға мөмкин.

Спектаклдәребеҙ, театрыбыҙ сәхнәһендәге төрлө тамашалар, кисәләр Һеҙгә оҡшар һәм яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр, тигән ихлас ышаныстабыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.