Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Ваҡиғалар хроникаһы

4.12.1919 Театр — 1- се Башҡорт дәүләт драма театры булараҡ барлыҡҡа килә.

БАССР-ҙың беренсе баш ҡалаһы Стәрлетамаҡтың «Мираж» кинотеатрында эшләй.

1922 Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс театр Өфөгә – яңы баш ҡалаға күсә, бында татар-башҡорт Күргәҙмә театры менән берләшә.

БАССР-ҙа «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме булдырыла. Вәлиулла Мортазин – Иманскийға исем бирелә.

Театрға «Хеҙмәт һәм Мәҙәниәт һарайы»нан даими урын-бина (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) бирелә.

Петроградта тәүге гастролдәр.

 1924 Театр эсендә 12 кешенән торған тәүге күсмә труппа булдырыла — Башҡорт Күсмә театры. Йәйҙең өс айында республиканың 26 төбәгендә, нигеҙҙә, ауылдарҙа 42 спектакль күрһәтелә, уны 26000 тамашасы ҡарай.

1926 Тамашасылар һаны уртаса 900 кеше.

Башҡорт сәнғәт техникумынының театр бүлегенә тәүге уҡыусылар ҡабул ителә.

1927 Мәскәүҙә тәүге гастролдәр.

1930 Башҡорт сәнғәт техникумы театр бүлегенең тәүге сығарылышы.

СССР халыҡтары театрҙары һәм сәнғәтенең Мәскәүҙәге Бөтә Союз олимпиадаһында ҡатнашыу.

1932 Күрше өлкәләргә гастролдәр ойоштороуҙы яйға һалыу.

1935 Театрға академия исеме бирелә.

Мәскәүҙә гастролдәр.

1941-45 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрәкәттәге армияға Өфө театрҙары һәм филармония артистарынан торған 17 бригада ебәрелә. Улар 1789 тапҡыр сығыш яһай.

1954 Мәскәүҙәге А.В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтына (ГИТИС) театр өсөн махсус курс йыйыу.

1955 Театрҙың Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыуы. Репертуар: У.Шекспир трагедияһы буйынса «Отелло», А.Чехов пьесаһы буйынса «Ваня ағай», М.Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр», М.Кәрим драмаһы буйынса «Яңғыҙ ҡайын» спектаклдәре.

Арыҫлан Мөбәрәковҡа СССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелеү.

1956 Театр етәксеһе итеп режиссер Вәли Ғәлимов тәғәйенләнә.

1959 Мәскәүҙә гастролдәр.

1965 Театрға Өфө ҡалаһы, Фрунзе урамы, 34 адресы буйынса айырым бина бирелә.

1966 Мәскәүҙә гастролдәр

1967 «Ай тотолған төндә» спектакле өсөн автор- драматург Мостай Кәримгә, режиссер Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға актриса Зәйтүнә Бикбулатоваға РСФСР-ҙың К.С.Станиславский исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

И.Йомағолов пьесаһы буйынса «Нәркәс» спектаклендә Нәркәс роле өсөн Р.Хисамова Мәскәүҙә уҙған Рәсәй драма спектаклдәре смотрының I дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.

1969 «Башҡорт дәүләт академия драма театры» китабының нәшер ителеүе. Төҙөүселәре — В.Ғ.Ғәлимов, Һ.С.Сәитов

1970 Театрҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе

1971 Театрға Мәжит Ғафури исеме бирелеү.

Театр коллективы етәксеһе -Лек Вәлиев

1972 Мәскәүҙә гастролдәр Режиссер Р.В.Исрафиловтың БАДТ сәхнәһендә дебюты.

1973 З.И. Бикбулатоваға СССР-ҙың халыҡ артисткаһы исеме бирелеү

Ҡазанда гастролдәр

1975 Ленинградта гастролдәр

1976 «Әсәләр көтәләр улдарын» спектакле өсөн автор — драматург Әсғәт Мирзаһитовҡа, режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа, актрисалар Зәйтүнә Бикбулатоваға һәм Гөлли Мөбәрәковаға БАССР-ҙың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелеү.

М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса спектакль (реж.Р.В.Исрафилов) СССР халыҡтары милли драматургияһы һәм театр сәнғәте Бөтә Рәсәй фестиваленең I дәрәжә Дипломына лайыҡ була. (Ленинград)

1978 Ташкент, Алма-Ата, Фрунзе, Ош ҡалаларында гастролдәр

1979 Мәскәүҙә гастролдәр

1979- 1990 Режиссер Вәзих Сәйфуллин эшләй

1980 Ленинградта гастролдәр

1981 Театрҙың художество етәксеһе Р.В. Исрафилов.

«Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге (М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса, реж. Р.В.Исрафилов) ролдәре өсөн Т.Д.Бабичева, З.С.Вәлитов, Ф.С.Ғафаров, Н.И.Ирсаева, О.З.Ханов БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

1982 К.Тинчуриндың «Зәңгәр шәл» пьесаһы буйынса спектакль (реж.Р. В.Исрафилов) СССР халыҡтары милли драматургияһы һәм театр сәнғәте Бөтә Рәсәй фестиваленең I дәрәжә Дипломына лайыҡ була. (Ленинград)

Ҡазанда гастролдәр

1983 Драматург Н.В.Асанбаев, режиссер Л.В.Вәлиев, актер Ә.Ә.Абушахманов «Ҡыҙыл паша» спектакле өсөн БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була

1984 Мәскәүҙә гастролдәр

1985 Ҡазанда гастролдәр

БАДТ коллективы Бөйөк Еңеүҙең 40-йыллығына арналған Бөтә Рәсәй театр сәнғәте смотрында «Ғәлиә» (Т.Таһиров, реж. Р.Исрафилов) спектакле менән ҡатнаша (Ленинград).

«Айһылыуҙың айлы кистәре»ндә (И.Абдуллин) — Айһылыу, «Әсәләр көтәләр улдарын»да (Ә.Мирзаһитов) — Илгизә, «Ғәлиә»лә (Т.Таһиров, Р.Исрафилов) — Ғәлиә — героинялар образдары өсөн

Н. Ирсаева А.Д. Попова исемендәге көмөш миҙал менән бүләкләнә.

1986 «Ҡыҙыл паша» (Н.Асанбаев), «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим) спектаклдәре мосолман илдәре драма театрҙарының Х Халыҡ -ара фестивалендә ҡатнаша (Дамаск).

Ташкентта гастролдәр

1987 Алма-Ата, Фрунзе, Ош ҡалаларында гастролдәр

1988 «Һуңғы уҙаман » (А. Абдуллин) спектакле М.С.Щепкиндың тыуыуына 200- йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша (Белгород).

Свердловск, Силәбе ҡалаларында гастролдәр

1989 Ҡазанда гастролдәр

1991 Актриса Э.Ә.Юнысова «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» (Ф.Бүләков) спектаклендәге роле өсөн I «Туғанлыҡ» Халыҡ — ара фестиваленең «Иң яҡшы ҡатын- ҡыҙ роле» призына лайыҡ була. (Өфө)

1992 БАДТ коллективы «Милли труппаларҙың иң яҡшы спектаклдәре» смотры сиктәрендә Мәскәүҙә «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим) спектаклен күрһәтә.

1993 Театр «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» (Ф.Бүләков) спектакле менән Салауат ҡалаһында уҙған «Театр яҙы» Республика фестивалендә ҡатнаша. Актриса З.Атнабаева фестивалдең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына лайыҡ була.

1994 «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» (Ф. Кромелинк) спектакле Халыҡ — ара «Гостиный двор» фестивалендә ҡатнаша. (Ырымбур).

Театр «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» (Ф.Кромелинк, реж. Р.В.Исрафилов) спектакле менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған «Театр яҙы» Республика фестивалендә ҡатнашып Гран-при яулай.

Ҡазан ҡалаһында гастролдәр

1995 Салауат ҡалаһында уҙған «Театр яҙы» Республика фестивалендә

«Бибинур, ах, Бибинур!» (Ф.Бүләков) спектакле Гран -приға лайыҡ була.

1996 Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ — ара фестивалендә «Бибинур, ах, Бибинур!» (Ф.Бүләков) спектакле Гран — при яулай (Өфө)

«Бибинур, ах, Бибинур!» (Ф.Бүләков) спектакленә әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә бирелә торған Рәсәй Дәүләт премияһы тапшырыла (1995 йыл йомғаҡтары буынса). (Премияға ҡуйыусы – режиссер Р.В.Исрафилов, ҡуйыусы — рәссам Т.Ғ.Еникеев, пьеса авторы Ф.М.Бүләков, төп ролде башҡарыусы О.З.Ханов лайыҡ була)

1996 Коллектив менән СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Г.А.Мөбәрәкова етәкселек итә.

1997 Художество етәксеһе -А.Ә. Нәҙерғолов.

Ҡазанда гастролдәр

1998 Н.Ғәйетбайҙың «Аты барҙың – дәрте бар» комедияһы буйынса спектакль Төрки телле театрҙарҙың «Нәүрүз» Халыҡ- ара фестивалендә ҡатнаша. (Ҡазан)

Свердловск, Силәбелә гастролдәр

1999 Мәскәүҙә гастролдәр

2000 «Айгөл иле» спектакле (М. Кәрим) төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ — ара фестивалендә ҡатнаша. ( Өфө).

Ошо фестивалдә Алһыу Ғәлина — Ғафарова «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ була.

Ҡазанда гастролдәр

2001 Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тураһында»ғы Указға ҡул ҡуя

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Указы менән театрҙың күп функциялы дирекцияһы булдырыла.

Театрҙың генераль директоры итеп Гөлдәр Моратова, төп эшмәкәрлек буйынса директор вазифаһына ХөрмәтуллаҮтәшев тәғәйенләнә

2002 Актер Х.Ғ.Үтәшев Төрки телле театрҙарҙың «Нәүрүз» Халыҡ — ара фестиваленең «Сыңғыҙ хандың һуңғы төйәге» (Н.Абдыҡадыров) спектаклендәге роле өсөн фестивалдең «Иң яҡшы ир-ат роле» призына лайыҡ була.

Ҡазанда гастролдәр

2003 Режиссер Н.Абдыҡадыров «Тылсымлы сәңгелдәк»

(Н.Абдыҡадыров) спектакле өсөн «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше», актер Х.Ғ.Үтәшев Н.Абдыҡадыровтың «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» спектаклендәге роле өсөн (Н.Абдыҡадыров) «АРТ-ОРДО» Халыҡ -ара фестиваленең «Иң яҡшы ир-ат роле» призына лайыҡ була. (Бешкәк)

2004 «Нәркәс» (И.Йомағолов, реж.И.Ғиләжев) спектакле «Ялан театр» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. (Истанбул).

Театр «Аттила» (Ғ. Шафиҡов) һәм «Тылсымлы сәңгелдәк» (Н. Абдыҡадыров) спектаклдәре менән «Кугу-сорта» (Ҙур шәм) Халыҡ-ара электрон фестивалендә ҡатнашып II урын яулай.

15-20 сентябрҙә театрҙың 85-йыллығы уңайынан Мәскәүҙә гастролдәр уҙа. Декабрҙә театрҙың юбилей кисәһе була.

Сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор С.Ғ.Күсимованың «Театр юлы» китабы донъя күрә.

2005 «Һуңғы Ғәйнә» (Артур Иҙелбаев, реж. Илдар Ғиләжев) спектакле «Ялан театр» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. (Истанбул).

Ҡазанда гастролдәр

Театр «Нәүрүз» Халыҡ — ара фестивалендә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакле менән ҡатнаша. Режиссер А.Абушахмановҡа ошо спектакль өсөн фестивалдең «Режиссер дебюты» призы тапшырыла (Ҡазан).

Театрҙың баш режиссеры — Айрат Абушахманов.

Театр «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» спектакле менән «Танһыҡ яр» Халыҡ — ара фестивалендә ҡатнаша һәм фестивалдең иң яҡшы спектакле тип билдәләнә. (Бүрәт, Яҡут- Саха республикалары).

2006 «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) музыкаль комедияһы Төркиәлә «Башҡортостан көндөре»ндә ҡатнаша.

«Һуңғы Ғәйнә» (Артур Иҙелбаев, реж. Илдар Ғиләжев) спектакле патриотизм һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү идеяһын бойомға ашырған спектаклдәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсында III урынды, ә рәссам Ф.Ихсанов «Иң яҡшы сәхнә биҙәлеше өсөн» призына лайыҡ була.

«Кәкүк ояһы» (К.Кизи, режиссеры А.Абушахманов) психологик триллеры төрки телле театрҙарҙың Өфәлә уҙған IV «Туғанлыҡ» халыҡ — ара фестивалендә Гран-при, төп ролде башҡарыусы Х.Ғ.Үтәшев «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеү яулай.

Свердловск, Силәбе, Ҡазан ҡалаларында гастролдәр

2007 Театрҙың Бәләкәй сәхнәһен асыу

«Кәкүк ояһы» (К.Кизи, режиссеры А.Абушахманов) психологик триллеры менән коллектив «Реаль театр» Бөтә Рәсәй фестивалендә сығыш яһай. Башҡорт академия драма театры ил театрҙары араһынан был фестивалгә саҡырылған берҙән — бер милли коллектив була. (Түбәнге — Новгород ҡалаһы)

2007 йылда республикаға М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын (институт) тамамлап Мәскәүҙән 25 йәш артист ҡайта. Араларынан труппаға 12 егет һәм ҡыҙ: Урал Әминов, Айым Әхмәҙуллина, Артур Кәбиров, Артур Ҡунаҡбаев, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Милена Сираева, Фәнис Рәхмәтов, Юнир Ҡоланбаев, Ирада Фазлаева, Гөлнара Айытбаева, Ринат Баймырҙин, Филүс Мөхөтдинов алына.

2009 Башҡорт академия драма театры үҙенең 90 йыллығын билдәләй.

«Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, реж. А.Абушахманов) музыкаль комедияһы менән II Халыҡ — ара «Мең һулыш — бер тауыш» театр фестивалендә ҡатнашты (Төркиә, Конья ҡалаһы)

Театр «Нәүрүз» Халыҡ — ара фестивалендә «Яратыу гонаһмы?» (Т.Миңнуллин) спектакле менән ҡатнаша. Режиссеры А.Абушахманов.

«Кәкүк ояһы» спектакле менән коллектив Белоруссияла уҙған Халыҡ-ара «Панорама» фестивалендә ҡатнаша. (Минск)

Мәскәү гастролдәре

2010 Төрөк Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы (Н.Асанбаев, реж.А.Абушахманов) Истанбулда «Решад Нури сахнасе»ндә күрһәтелә. Ошо спектаклдә Ататөрөк роле өсөн РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы Х.Ғ.Үтәшев Төркиәнең Исмәт Кюнтай премияһына лайыҡ була.

«Серле көршәк» хикәйәте (З.Биишева, ҡуйылыштың художество етәксеһе А.Абушахманов, режиссер ассистенты-А.Йәнбәков) «Арлекин» VII Бөтә Рәсәй балалар өсөн спектаклдәр фестиваленең «Спектаклдең пластик һөйкөмлөлөгө өсөн» Призына лайыҡ була. (Санкт-Петербург)

2011 «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (Н.Асанбаев, реж. А.Абушахманов) тарихи драмаһы Халыҡ — ара «Мең һулыш — бер тауыш» театр фестивалендә ҡатнаша. (Төркиә, Конья ҡалаһы)

2011 Театр Волга буйы республикалары һәм өлкәләре театрҙарының I Фестивалендә ҡатнаша. ( Пенза ҡалаһы, А.Гельман «Эскәмйә»)

Силәбе өлкәһендә һәм Татарстан Республикаһында гастролдәр.

2012 Театрҙың Художество етәксеһе — Ханов Олег Закир улы.

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ — ара фестивалендә театр «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим) спектакле менән ҡатнаша. Реж. А.Абушахманов ошо спектакле өсөн фестивалдең «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше» номинацияһында еңеү яулай.

2013 «Эдип батша» спектакле менән «Гостиный двор» V Халыҡ — ара театр фестивалендә ҡатнашыу (Софокл, реж. И. Саҡаев, Ырымбур)

«Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, реж. Л.Зайкаускас) спектакле менән XV Халыҡ — ара «Таврия Мельпоменаһы» фестивалендә ҡатнашыу. ( Украина, Херсон)

«Нәүрүз» XI Халыҡ — ара фестивалендә «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим) спектакле менән сығыш яһаны. Режиссеры А.Абушахманов.

«Эдип батша» (Софокл, реж. И.Саҡаев) спектакле менән «Театр яҙы» Республика фестивалендә ҡатнашыу.

«Аҡ пароход» драмаһы (С.Айытматов, инсц. авторҙары — Л.Зайкаускас, О.Ханов, реж.- Л.Зайкаускас) менән театр «Ҡаҙағстан Республикаһында Башҡортостан көндәре» мәҙәни- иҡтисади проект сиктәрендә Ҡустанай һәм Астана ҡалаларында сығыш яһай.

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡарыуындағы «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, реж. Л.Зайкаускас) спектакле менән театр II «Арт-соло» Халыҡ — ара моноспектаклдәр фестивалендә ҡатнаша. (Владикавказ, Төнъяҡ Осетия).


2013 йыл


 18–23 апрель, 2013 йыл. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда гастролдәр менән сығыш яһай. Гастроль репертуарында: «Аҡ пароход» (С.Айытматов, реж. Л.Зайкаускас), «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов), «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбай, реж. И.Вәлиев), «Руди – Never Off…» (реж. А.Абушахманов), «Әлифбанан бер себеш» (Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов), «Хыял диңгеҙе» (Ф.Бүләков, реж. А.Йыһаншин) һәм балалар өсөн «Һөнәрсе менән өйрәнсек» (З.Биишева, реж. А.Йәнбәков) спектаклдәре  һәм театрлаштырылған концерт.

10 октябрҙә Киров урамы башындағы яңыртылған скверҙа, Профсоюздар йорто алдында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Күп һынлы композицияның авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук (Мәскәү).

2013 йылдың 16 декабрендә СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтте (һәйкәлде асыу тантанаһы шәхестең тыуған көнөнә тап килде — 15 декабрь артистың тыуыуына 105 йыл тулды). Һәйкәл театр янында урынлашҡан А.Матросов исемендәге паркта ҡуйылған. Композиция сәхнәлә сығыш яһаған артисты кәүҙәләндерә, уның артында — сәхнә шаршауы.

Олимпия уты 2013 йылда Рәсәйҙең 83 төбәгендә 123 көн буйы барҙы – Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында факел иң оҙон юл буйлап 65 мең километр үтте, Олимпия уты эстафетаһы һәм Олимпия хәрәкәте тарихы буйынса төрлө саралар уҙҙы. Өфөлә Олимпия уты 21- 22-се декабрҙә булды.  Ил буйлап барлығы 14 мең факел йөрөтөүсе булһа, республикабыҙ тарихында Олимпиада уты тәүге тапҡыр булды, Өфөлә XXII ҡышҡы Олимпия уйындары утын ҡабул итеү эстафетаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров  ҡатнашты.


2014 йыл


2014 йыл – Мәҙәниәт йылы. Тап ошо йылда театрҙа «Театр+» Мәҙәни – белем биреү проекты эшләй башланы.

6 февралдә театр коллективы Ислам Республикаһы Ирандан килгән делегация вәкилдәре менән осрашты. Делегация ағзалары — Өфөгә гастролгә килеүсе «Ghoghnus» театры ижади группаһы. Ул театр артистары һәм музыканттары, донъя буйлап гастролдә йөрөп, Ирандың конъяҡ өлөшөндә йәшәүсе халыҡтарҙың фольклоры менән таныштырҙы. Был көндө ҡунаҡтар театрҙың В.Шукшин әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Ҡыҙыҡ был тормош!» исемле спектакль ҡараны.

3 март — Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда «Сочи-2014» Параолимпия утын ҡабыҙыу тантанаһы үтте.

21 мартта республикабыҙҙың театр йәмәғәтселеге М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр ҡуйылыуына 50 йыл тулыуҙы билдәләне.

9 апрель — Литва, Паневежис  ҡалаһы. Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалендә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, реж. Л.Зайкаускас) спектакле ҡатнашты.

4-6 апрелдә Һамар һәм Тольятти ҡалаларында театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналған гастролдәр уҙҙы.

23 апрелдән Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Астана (Ҡаҙағстан Республикаһы) ҡалаһынан М.Горький исемендәге Рус дәүләт академия драма театры гастролдәре үтте.

З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн уҡытылған махсус курсы студенттары 2014 йылда уҡыуҙарын тамамлап эш башланы. Араларынан 4 егет һәм 1 ҡыҙ беҙҙең труппаға ҡабул ителде. Улар: Алмаз Йосопов, Айҙар Шәмсетдинов, Морат Рафиҡов, Азат Вәлитов, Гөлназ Ғөбәйҙуллина.

2014 йылдың 1 июнендә Ҡазан ҡалаһында «ТЮРКСОЙ» Халыҡ – ара ойошмаһына ингән республикалар театрҙары етәкселәренең (Совет) III ултырышы булды. Унда театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов ҡатнашты. Ултырыш Төрки халыҡтарҙың III Халыҡ – ара «Нәүрүз» театр–белем биреү форум – фестивале сиктәрендә һәм «Ҡазан – төрки мәҙәниәтенең 2014 йыл баш ҡалаһы» программаһына ярашлы ойошторолдо.

Июнь айында театр Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында III Халыҡ — ара «Нәүрүз» фестивалендә ҡатнашты.

15 июнь көнө театр Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәһенең 80 йыллығына арналған Беренсе Волга буйы театр фестивалендә сығыш яһаны.

8-14 сентябрҙә Карелия Республикаһының баш ҡалаһы Петрозаводскийҙа «Лифт Карелия 14+» исеме аҫтында театраль-эксперименталь проект уҙҙы. Был мәртәбәле форумда Башҡорт академия драма театрынан Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡатнашты. Ул «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссеры Л.Зайкаускас) моноспектакле менән 11 сентябрҙә сығыш яһаны.

26-28 сентябрь — Ырымбур ҡалаһында гастролдәр (М. Горький исемендәге рус дәүләт драма театры бинаһында).

8-12 октябрь – Мәскәүҙә «Сатирикон» театры бинаһында беҙҙең театр гастролдәре үтте.

Көҙ айында рәссам – бутафор А.Жучковтың шәхси күргәҙмәһе: «Көҙ. Йыһандан бер ҡараш» һәм театрҙың 95 йыллығына арналған «Иҫтә, һаман да иҫтә» күргәҙмәһе асылды.

19 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығы һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тигән ҙур театраль тамаша булды.

25-31 октябрь — Ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтау ҡалаһында Урта Азия илдәренең V Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашыу («Руди-NEVER OFF…» (Р.Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре, авторы һәм режиссеры А.Абушахманов)

Театрҙың 95 йыллығы уңайынан 3 томлыҡ йыйынтыҡ нәшер ителде. Авторы һәм төҙөүсеһе – профессор С.Ғ.Күсимова.

Декабрь айында театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур тантаналы кисә үтте.

2015 й.

2015 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Йыл буйына театрҙа ла әҙәби проекттар бойомға ашырылды. Был йыл театрҙа тантаналы рәүештә 29 ғинуарҙа асылды: фойела әҙәби бүлмә ойошторолдо, сәхнәлә — И.Йомағоловтың «Нәркәс» спектакле күрһәтелде. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә «Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» әҙәби-музыкаль кисә, ике туғандаш республиканың төп театрҙары М.Ғафури ис. Башҡорт һәм Ғ.Камал исемендәге Татар академия театрҙары артистары ҡатнашлығында «Уйлан кеше» шиғриәт кисәһе, шағирә Гөлфиә Юнысованың «Ғүмер үҙе — серле, моңло…» тип аталған ижад кисәһе үтте. Театр сәхнәһендә «Ижади саҡырыу» тигән акцияның гала-концерты үтте, был акцияла театрҙың 17 артисы һәм музыканты ҡатнашты, ә театрҙың етәксеһе Олег Ханов акцияны башлап ебәрҙе. «Джут» пьесаһының авторы Олжас Жанайдаров менән осрашыу ойошторолдо. «Театр +» проекты сиктәрендә Әҙәби бүлмә үҙ эшен дауам итте. Быйыл уның геройҙары – прозаик Сабир Шәрипов, шағирәләр Гөлнур Яҡупова һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина булды. Тамашасылар менән «Джут», «Әлифбанан бер себеш» спектаклдәренән һуң әңгәмәләр ойошторолдо. Миәкә районында Нурия Ирсаева менән, Күгәрсен районында йәш артистар Ирада Фазлаева һәм Руслан Хайсаров менән осрашыуҙар үтте. Театрҙа Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы уҙҙы.

Театр режиссеры Илсур Ҡазаҡбаев Рус дәүләт академия драма театрында үткәрелгән Хәҙерге заман драматургияһы ижади лабораторияһында ҡатнашты.

А.Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле Бәләкәй формалағы спектаклдәр фестивалендә (Өфө) сығыш яһаны.

Театр коллективы йыл һайын үткәрелгән «Веселая кулиса» фестивалендә махсус призға лайыҡ булды.

«Ҡара йөҙҙәр» спектакле Ҡазандағы «Нәүрүз» фестивалендә булып ҡайтты, «Мин – ҡатын-ҡыҙ» спектакле Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған декадникта ҡатнашты.

2015 йылда театрҙың «Ҡол Ғәли әҫәре буйынса «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтен сәхнәгә сығарыу» ижади пректы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, был еңеү тәүгеһе түгел, республика Башлығы грантын яулауға инде өсөнсө йыл ойошторолған конкурста театрҙың хатта өсөнсө тапҡыр еңеүе.

Республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа, Рәсәй Мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты театрҙың модельеры Әйүп Зиннуровҡа еткерелде. Йәш артистар – Ирада Фазлаева, Руслан Хайсаров, Урал Әминов Шәйхзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр рәтенә индерелде.

Профессор, театр белгесе С.Ғ.Күсимованың «Гөлли Мөбәрәкова. Ижады һәм тормошо» китабы Төркмәнстандағы Х Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә иң яҡшыһы тип табылды.

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов «Василий Шукшин» миҙалы менән бүләкләнде.

«Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең иң престиж театраль премияһы — «Алтын битлек»кә 5 номинацияла ҡатнашты.

2015 йылда 7 яңы спектакль сәхнәгә сыҡты: Б.Бикбай һәм Х.Ирғәлиндың «Ҡаһым түрә» драмаһы, Ж.-Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһы, Э.Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер» комедияһы, М.Бағаевтың «Ике төш» драмаһы, А.Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» әкиәте, О.Жанайдаровтың «Һуңғы йәйләү» («Джут») спектакле, Ҡол Ғәлиҙең Ю.Сафиуллин инсценировкаһында «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәте.

Йәй көнө уҙған ШОС һәм БРИКС илдәре һәм дәүләттәре башлыҡтарының саммиттары көндәрендә «Ҡаһым түрә», («Руди-NEVER OFF…», «Шәүрәкәй», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»  спектаклдәре уйналды.

2015 йылда ла театр республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында спектаклдәрен күрһәтте: Краснокама, Дүртөйлө, Күгәрсен, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Мәсетле райондарында, Салауат, Күмертау, Ишембай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында гастролдәр үтте.

М.Ғафури ис.БАДТ сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры гастролдәре уҙҙы.

Театрҙың барлыҡ сараларында ла яҡтыртылған тағы ла бер мөһим дата – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуы. Байрам саралары сиктәрендә фронтовик шағирҙар әҫәрҙәре буйынса «Ил яҙмышы — ирҙәр иңендә» музыкаль кисәһе үтте. Театрҙың сайтында «Бөйөк Еңеүгә 70 йыл» тип аталған махсус рубрика асылды. Унда театрҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәре яу юлдарын үткән яҡындары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Театр музейында «Һуғыш тураһында 70 сюжет» тип аталған күргәҙмә асылды.  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап «Ике төш» (М.Бағаев,  реж. О.Ханов) драмаһы   сәхнәләштерелде.

27 сентябрь театрҙың күргәҙмә залында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың 80 йәшенә арналған «Мөбәрәковтар: ижадта ҙур бәхет юлдары» күргәҙмәһе асылды (Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова ижады тураһында).

2015 йылда драматург Флорид Бүләков, актриса Әнисә Дилмөхәмәтова, актер Хәмит Яруллин, шағирә Рәсимә Ураҡсина менән хушлаштыҡ. Шулай уҡ ошо йылда мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе лә иҫкә алдыҡ: Зинира Атнабаева, Лек Вәлиев, Туфан Миңнуллин, Рәсимә Ураҡсина, Рәғиҙә Янбулатова, Шамиль Рәхмәтуллиндарҙың хәтер кисәләрен үтте. Мосолман зыяратында Зинира Атнабаеваның таҡтаташы асылды.

2016 й.

2016 йылда 5 яңы спектакль сәхнәгә сыҡты: Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса Ангиза Ишбулдинаның «Хыялға ҡаршы» героик булмаған повесы, Айгөл Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» лирик комедияһы, Сергей Беловтың «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһы, Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһы, Дамир Сәлимйәновтың «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» пираттар мажараһы.

«Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц. режиссеры-А.Абушахманов) 4 номинацияла «Алтын битлек» Фестиваль- премияһына тәҡдим ителә. «Костюмдар  буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында А.Нестеров еңеү яулай — «Алтын битлек» лауреаты була. Башҡортостан Хөкүмәте уны Салауат Юлаев ордены менән  бүләкләне.

Силәбе ҡалаһында «Театр кешеһе» Халыҡ-ара  фестиваль – лабораторияһында ҡатнашыу.  «Джут» (Һуңғы йәйләү) (О.Жанайдаров)

«КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашыу. (Я.Пулинович «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр».  Екатеринбург, июнь). Р.Хайсаров — «Фестивалдең иң яҡшы актеры» тип табылды.

«Алтан сэргэ» (Бүрәт Республикаһы) Халыҡ – ара милли театрҙар фестивалендә «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) героик булмаған повесы ике номинацияла еңеү яулай: «Иң яҡшы актерҙар ансамбле», «Заманса  милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр  алымдары эҙләгәне өсөн»  (15 сентябрь, 2016)

4-6 ноябрь — театр сәхнәһендә П.Ойунский исемендәге Саха (Яҡут)  академия театры гастролдәре «Саха театры легендалары» исеме аҫтында үтте.

Театрҙың ижади төркөмө республика театрҙары араһында уҙғарылғын мини-волейбол буйынса чемпионатта икенсе урынға лайыҡ булһа, актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «Иң актив уйынсы» исемен яуланы. Театр «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә үткән Милли башҡорт кейем байрамына саҡырылды.

Актерҙар Артур Кәбиров Рәми Ғарипов исемендәге премияға, Фәнис Рәхмәтов, Римма Сәлмәнова, Урал Әминов Йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Актриса Айһылыу Йомағолова «Һүҙ оҫтаһы» республика бәйгеһендә беренсе урын алды.

2016 йылда театр базаһында хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы семинар-лабораторияһы, театрҙың рәссам-дизайнеры Рита Ғәзизованың «Илаһилыҡ күрәм йөҙҙәрҙә» тигән күргәҙмә ойошторолдо. Йыл һайын үткәрелә торған «Театр төнө» мәҙәни акцияһы уҙҙы, уның сиктәрендә театрҙа тәүге тапҡыр театраль квест ойошторолдо.

2016 йылда үҙҙәренең юбилейҙарын Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисты Олег Ханов, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенв, СССР халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова  билдәләне.

2016 йылда Салауат Юлаев Ордены менән Олег Ханов, Альберт Нестеров, Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән Гөлли Мөбәрәкова бүләкләнде. Театрыбыҙҙың 100-йыллығын билдәләү тураһындағы Указға Республика Башлығы ҡул ҡуйҙы.

 2017 йыл.

2017 йылда күргән сәхнә әҫәрҙәре — «Нәркәс» (И.Йомағолов)  мелоромантик трагедияһы яңыртылып ҡуйылды (режиссеры- И.Ғиләжев). Ф.Бүләковтың  «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» пьесаһын  -режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, Г.Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Я.Пулинович инсц.) спектаклен режиссер Айрат Абушахманов, «Эҙләнем, бәғерем, һине…» (Т.Миңнуллин) мелодрамаһын режиссер Азат Нәҙерғолов, балалар өсөн «MOUSE STORY» әкиәтен режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйҙы.

3 мартта — Мәскәүҙең Вс. Мейерхольд Үҙәгендә «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия — Фестиваленең «Маска Плюс» программаһына ингән «Джут»  (Олжас Жанайдаров, режиссеры — Айрат Абушахманов) спектакле күрәһтелде.

7 мартта театрҙың художество етәксеһе директор вазифаһы булдырыу тураһында приказ сығарҙы, был вазифаға Иршат Фәйзуллин тәғәйенләнде.

Театрҙың «Театраль Өфө» ижади проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижади проекттарҙы ғәмәлғә ашырыу өсөн бүленгән миллионлы гранттарын алыусыларҙың исемлегенә инде һәм ул 9 млн. һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды (проект сиктәрендә «Театр яҙы» Республика фестивале һәм «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара фестивален уҙғарыу өсөн)

Шекспир ижады буйынса белгес, профессор А.В. Бартошевич Өфөгә килеп,  театрҙа «Йософ һәм Зөләйха»,  «Антигона» спектаклдәрен ҡараны.

Апрель айында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәргә барҙы — алмаш гастролдәр, һәр ваҡыттағыса, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтте. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин инсц., режиссеры – О.Ханов) драмаһы, «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева, режиссеры – А.Абушахманов) лирик комедияһы, «Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов, режиссеры – О.Ханов) комедияһы, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» (А.Ишбулдина инсц., режиссеры — И.Ҡаҙаҡбаев) героик булмаған повесы, «Антигона» (Ж.Ануй, режиссеры – Ф.Бикчәнтаев) драмаһы, «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин инсц., режиссер – О.Ханов) музыкаль легендаһы, йәш тамашасылар өсөн — «Итекле бесәй» (Ш.Перро, В.Ганзенко, режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев), «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» (Д.Сәлимйәнов, режиссеры — И.Ҡаҙаҡбаев) әкиәттәре һәм йырлы-моңло театраль тамаша.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» повесы буйынса ҡуйылған «Хылға ҡаршы» спектакле (А.Ишбулдина инсц.) менән Урал аръяғы райондары буйлап гастролгә сыҡты, был спектаклде.

Бүрәт Республикаһында «Ҡалдырма, әсәй!» әҫәре ҡуйылды.  (А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев)

«Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) монодрамаһы Татарстандың   Беүә ҡалаһында үткән Волга буйы халыҡтары театрҙарының региональ  фестивалендә ҡатнашты.

«Театр яҙы — 2017» Республика фестивалендә  (20-26  апрель) «Хыялға ҡаршы» («Ҡалдырма, әсәй!»  әҫәре  буйынса  — А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина) спектакле өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше» номинацияһында еңеүсе булды.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендәге «Самрау» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре «Китапты бейеп күрһәтәбеҙ» республика бәйгеһендә хореограф, актер Урал Аминов ҡуйған «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса бейеү композицияһы беренсе урынды яуланы. Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана, М.Аҡмулла ис.БДПУ китапханаһы ойошоторҙо. Унда төрлө ижади коллективтар, мәктәп, лицей, училище уҡыусылары ҡатнашты.

5-9 июнь Төрки  телле  халыҡтарҙың   XIII «Нәүрүз — 2017»  Халыҡ-ара  театр фестивалендә БАДТ «Антигона» (Ж.Ануй, реж. Ф.Бикчәнтәев) спектакле менән ҡатнашты.

«Хыялға ҡаршы» спектакле «АРТМИГРАЦИЯ-2017» Бөтә Рәсәй форум-фестивалендә ҡатнашты. Йәштәр театр форумы 4-нән 10-сы сентябргә тиклем барҙы.

Яңы 98-се ижад миҙгеле асылыр алдынан Ырымбурға ижади сәфәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Ырымбур ҡалаһына гастролдәрҙә булды. Спектаклдәр Ырымбур дәүләт өлкә музыкаль комедия театры сәхнәһендә күрһәтелде.

«Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов повесы буйынса, А.Ишбулдина инсц.)  спектаклен юғары профессиональ художестволы сәхнәгә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалағаны өсөн режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм артистар Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булдылар.

2017 йылда йәш артист Артур Кәбиров үҙенең тәүге акустик концертын,  ә танылған сәхнә оҫталары Илсөйәр Ғәзетдинова, Миңзәлә Хәйруллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Сәйетов, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева  юбилей кисәләрен үткәрҙе.

Театрыбыҙҙың легендар артистарына республикабыҙҙың юғары наградалары тапшырылды: Нурия Ирсаева — Халыҡтар дуҫлығы ордены, Фидан Ғафаров — Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнделәр.


2018 ЙЫЛ


2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры — «Ғаилә менән – театрға» акцияһын башлап ебәрҙе.

19 ғинуарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуҙы билдәләне. Был дата уңайынан Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды һәм «Һәр көн иртә ҡояш сыға… Һиңә лә… Һәр көн иртә елдәр иҫә…» тип аталған ижади хәтер кисәһе үтте.

15 мартта «Театр+» проекты сиктәрендә билдәле драматург Флорид Бүләковты иҫкә алыу үтте. Театр музейында, видеотаҫмала, театрыбыҙҙың легендар «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле күрһәтелде.

26 февралдә Башҡортстандың халыҡ шағиры, драматург, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына — 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте.

16 февралдә Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаеваның, 6 апрелдә Рәмзиә Хисамованың, 16 майҙа Алмас Әмировтың юбилей кисәләре үтте.

18 мартта Ангиза Ишбулдинаның «На кисельном берегу» пьесаһы буйынса «Баллы, тирәкле Балтирәк» лирик комедияһының премьераһы үтте, спектаклдең режиссеры — Алмас Әмиров.

20 апрелдә Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса «Прометей» спектакленең премьераһы үтте, спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев.

Май аҙағында V «Нәүрүз» Халык-ара театраль-белем биреү форумы сиктәрендә М.Сәлимйәнов исемендәге Актерҙар йортонда «Биш файҙаһыҙ күнегеү» тигән театраль лаборатория асылды, унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова, БР-ың Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина һәм реклама бүлеге начальнигы Татьяна Саттарова ҡатнаштылар.

Эстонияның Палдиски ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров һәм йәш актер Морат Рафиҡов ҡатнашлығында фильм төшөрөлдө. Улар «Салауат юлы менән» исемле документаль фильмда башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаев һәм Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды уйнанылар.

20 июнь Алехандро Касонаның «Ағастар баҫып үлә» пьесаһы буйынса «Иң бәхетле төн» спектакленең премьераһы үтте, спектаклдең режиссеры Олег Ханов. Төп ролдә — СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова.

25-27 июнгә тиклем Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондарында «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» (Ф.Бүләков, реж. — И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән гастролдәр үтте.

25 июлдә театрға Федор Волков исемендәге хөкүмәт премияһы бирелде. Ошоға ярашлы ҡарарға РФ-ның Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн был данлы премияға беҙҙең театр, шулай уҡ Вологда өлкәһенең «Теремок» ҡурсаҡ театры лайыҡ булған.

16 август. Театр труппаһына яңы ижади көстәр өҫтәлде — Руслан Хәсәнов тыуған театрына эшкә сыҡты.

16 август көнө «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович, реж.- А.Абушахманов) спектаклен Мәскәүҙән килгән тәнҡитсе — «Алтын битлек-2019» Рәсәй Милли театр премияһының «Драма театры һәм Ҡурсаҡ театры» номинацияһы буйынса Эксперт советы рәйесе, театр белгесе, «Вопросы театры» журналының редакторы, Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтының театр белгестәрен әҙерләү факультетының курс етәксеһе Александр Александрович Вислов ҡараны.

22 августта изге байрам уңайынан коллектив ағзалары Ҡөръән ашына йыйылды. Ноғай ауылы мәсете имам-хатибы Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, үлгәндәрҙең рухына бағышлап аят уҡып, доға ҡылды.

31 август театр коллективы Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән, сәхнәбеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе иҫкә алды. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән исемдәре театр тарихына уйылып ҡалған сәхнә эшмәкәрҙәре ҡәберенә барып, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүҙән ғибәрәт.

12 сентябрҙә театрыбыҙ йыл һайын үткәрелә килгән «Театрҙар төнө» акцияһында ҡатнашты.

25-27-се сентябргә тиклем Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы, Балтас районының Иҫке Балтас ауылы, Мишкә районының Мишкә ауылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре уҙҙы. Тамашасыға Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» спектаклен һәм балалар өсөн «Mouse story» музыкаль әкиәтен тәҡдим итте.

21 сентябрҙә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы, Я.Пулинович инсц., режиссер А.Абушахманов) спектакле Ярославль ҡалаһында XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнашты. Фестиваль Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә 14-се сентябрҙән 23-сө сентябргә тиклем барҙы.

4 октябрҙә театр 99-сы ижад миҙгелен «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович, реж. А.Абушахманов) спектакле менән асты.

9 октябрь. 11-се октябрҙән 14-се октябргә тиклем Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары буйлап гастролдәр уҙҙы. Театр коллективы Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» спектаклен тәҡдим итте.

100 йыллыҡҡа — Китап! Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 100 йыллығына арналған китап әҙерләнә.

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыр ине. 19 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уның «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса спектакле күрһәтелде.

Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы грантын тормошҡа ашырыу ниәтенән Өфөгә театр тәнҡитсеһе, сәнғәт белгесе, МХАТ мәктәп-студияһы профессоры Ольга Егошина килде. Ул «Ай тотолған төндә», «Прометей», «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклдәрен ҡараны.

26 октябрь, беҙҙең артистар Кушнаренко ауылында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» (режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев) спектаклен күрһәтте.

29 октябрҙә Б.Йосопова исемендәге актерҙар йортонда Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре Союзы 80 йыллыҡ юбилейына арналған оло байрам үтте. Беҙҙең коллектив исеменән театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов тәбрикләне. Артистар Руслан Хайсаров менән Азат Вәлитов ижади яҙмыштар юраусы ролендә булды.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры — А.Абушахманов) спектакле «Алтын битлек» (2017-2018 й. миҙгеле) Рәсәй милли театраль премияһына алты (6) номинацияла дәғүә итә: ҙур формалағы спектакль, режиссер эше — Айрат Абушахманов, ҡатын-ҡыҙ роле — Римма Ҡаһарманова, рәссам эше — Альберт Нестеров, костюмдар буйынса рәссам эше — Альберт Нестеров, рәссам-яҡтыртыусы эше — Илшат Саяхов.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙы сәхнәләштереү өҫтөндә эш бара. Спектаклдең режиссеры Андрей Борисов. Артистар танылған ғалимә-фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева осрашты.

Театрыбыҙ хеҙмәткәре, рәссам-модельер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әйүп Сәхипнур улы Зиннуров 75 йәшлек юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. 

30 октябрҙән 6 ноябргә тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Талдыҡурған ҡалаһында Астананың 20 йыллығына һәм ҡаҙаҡ халҡының дәүләт эшмәкәре Темирбек Жургеновтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған VII Халыҡ-ара театр фестивалендә беҙҙең театр «Эҙләнем, бәғерем, һине…» (Т.Миңнуллин) спектакле менән ҡатнашты һәм II урынға лайыҡ булды, «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында еңеүсе тип танылды һәм 1000 000 тенгелек сертификат менән бүләкләнде. Актерҙарыбыҙ Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилева уйындарына театр белгестәре ҙур баһа бирҙе.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Бешкәк ҡалаһында Халыҡ-ара «Айытматов һәм театр» фестивалендә жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашты.

12 ноябрҙә беҙҙең коллектив Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Театр факультетын алтын юбилейы менән ҡотланы. Байрам кисәһендә З.Исмәғилев исем. Өфө дәүләт сәнғәт институтында күп йылдар эшләгән, режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы профессоры, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр.

«Баллы, тирәкле Балтирәк» (А. Ишбулдина пьесаһы буйынса, режиссеры А. Әмиров) спектакле Екатеринбург ҡалаһында ХII Халыҡ-ара «Коляда-Plays» заманса драматургия театр фестивалендә сығыш яһап «Ҙур формалағы иң яҡшы спектакль» номинацияһында еңеү яуланы.

23 ноябрь «Их, кәләше лә кәләше!..» комедияһы (Х.Зарипов) менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы үтте.

2 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Музейҙар һәр кем өсөн асыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

18 декабрь «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц., режиссеры — Айрат Абушахманов) спектакле менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Стәрлетамак башҡорт драма театры сәхнәһендә, гастролдәр уҙҙы!

13 декабрҙә, Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын асыу көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» спектакленең премьераһы үтте.

25 декабрҙә «Самрау» театр студияһында шөғөлләнеүсе 25 уҡыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» повесы буйынса мини-спектакль әҙерләп күрһәтте.

Һәр йылдағыса БР-һы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алған балаларға байрам саралары ойоштора. Беҙҙең театр ҙа ошо сараларҙы уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. 27 декабрҙә, бер төркөм балалар, В.Комаров исем. балалар ижады һарайында үткән Яңы йыл балында ғаиләләре менән ҡатнашты һәм 29 декабрҙә төрлө район һәм ҡалаларҙан килгән балалар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән байрам сараларында күңел астылар, «Mouse story» әкиәтен ҡаранылар.


2019 ЙЫЛ


18-се һәм 19-сы ғинуарҙа Мәскәүҙә театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һәм директор Иршат Фәйзуллин А.Райкин исем.  Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәгенең театр ҡунаҡханаһының Конференция залында  Театр менеджерҙар Гильдияһының дөйөм йыйылышында ҡатнаштылар.

4-се февралдән 6-сы февралгә тиклем Мәскәү ҡалаһында А.С.Пушкин исемендәге театрҙың Төп сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының юбилей гастролдәре үтте. Беҙҙең коллектив тамашасыларға 3 спектакль һәм 1 театрлаштырылған концерт тәҡдим итте. («Зөләйха күҙҙәрен аса», «Хыялға ҡаршы», «Шәүрәкәй» спектаклдәре һәм «Сәмле ярыш-баттл!» исемле театрлаштырылған концерт). Шулай уҡ, гастроль сиктәрендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен «Алтын битлек» Рәсәй милли театр Фестивале-премияһының 16 баһалама ағзаһы ҡараны.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә театр коллективы ағзалары менән осрашыу үтте. Вәкиллектең ҡунаҡтары – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, директоры Иршат Фәйзуллин, художество етәксеһенең ярҙамсыһы Эльвира Абдраҡипова, РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, БР халыҡ артисы Илдар Сәйетов, БР халыҡ артисы Алмас Әмиров һәм актриса Римма Ҡаһарманова.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц., режиссеры — Айрат Абушахманов) спектаклен «Алтын битлек» Рәсәй милли театр Фестивале-премияһының, «драма театры һәм ҡурсаҡ театры» номинацияһын жюри ағзаһы, рәсәй режиссеры һәм актеры Семён Александровский ҡараны.

17 февраль, оҙаҡ ауырығандан һуң, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов донъянан китте.

20 февраль 83-сө йәшендә күренекле актрисабыҙ, СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова донъянан китте.

21-се һәм 22-се февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакленең премьераһы үтте, спекталдең режиссеры — Мөсәлим Күлбаев.

3-сө апрелдән  7-се апрелгә тиклем Ҡазан ҡалаһының Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының алмаш гастролдәре үтте. Гастроль репертуарында «Урал Батыр», «Зөләйха күҙҙәрен аса», «Баллы, тирәкле Балтирәк», «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…», «Иң бәхетле төн», «Бәхет хаҡы» спектаклдәре.

28 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның Юбилей бенефисы үтте.

11 майҙан 20 майға тиклем театр «Джут» (Һуңғы йәйләү) спектакле менән Татарстанда «Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты.

БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов Салауат Юлаев Орденына лайыҡ булды. Орденды БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа ҡатнашты. Йыйылыш З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың етәкселеге аҫтында үтте.

27 мартта – Халыҡ-ара театр көнөндә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашыу үтте. Сарала театрҙарҙың етәкселәре, БР мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы, Режиссура һәм драматургия үҙәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

11-се июндән 20-се июнгә тиклем Ырымбур ҡалаһында «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле XI Халыҡ-ара «Гостиный двор» театр фестивалендә ҡатнашты. Спектакль Ырымбурҙың М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының сәхнәһендә 14 июнь көнө күрһәтелде.

10 апрелдә, театрҙың ижади төркөмө яҙыусы, башҡорт журналистикаһы ветераны, яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов менән осрашты. Осрашыу Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы өҫтөндә эшләү мәлендә тыуған. Пьесаны, әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙо тәрәнерәк өйрәнеү йәһәтенән ойошоторолдо был сара.

2019 йылдың 11 апрелендә, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Рәсәй Дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Олег Закир улы Ханов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһында эшен туҡтатты. Театрҙың художество етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин тәғәйенләнде.

Олег Закир улы Ханов күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде!

БР-ҙың мәҙәниәтен һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм актив йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн 10 апрель «Башҡортостан» дәүләт концерт залында юбилей уңайынан үткәрелгән концертында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Бәйегетов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде!

Театр коллективы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт телебелгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова менән осрашты. Ижади осрашыуҙы ойоштороу Айрат Абушахмановтың яңы спектаклгә әҙерләнеү сиктәрендә уҙҙы.

16 апрелдә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған «Алтын битлек» («Золотая Маска») Милли премия – фестиваленең лауреаты булды һәм фестивалдең Драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюриһының Беренсе махсус призына – «За сценическое прочтение романа Гузели Яхиной «Зулейха открывает глаза» номинацияһында еңеү яуланы – «Алтын битлек»кә лайыҡ булды!

«Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов) спектакле Урал аръяғында гастролдә. 24 һәм 26 апрелдә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә, 25 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында.

Театр директоры Иршат Фәйзуллин Волга буйы театр форумында ҡатнашты. Делегация составына БР-ҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ республиканың Дәүләт театрҙары етәкселәре, шул иҫәптән М.Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин инә.

28-29 апрелдә Өфөлә БР-ҙың театр эшмәкәрҙәре союзы үткәргән «Актер оҫталығы пластика телендә» республика конкурсы үтте. Актер Урал Әминов III урын яуланы.

20 майҙа, театрҙың Бәләкәй залында «Самрау» балалар театр студияһының ижади отчеты уҙҙы. Студияла шөғөлләнеүселәр Мария Ладо әҫәре буйынса «Бик ябай тарих» спектаклен тәҡдим ите. «Самрау»ҙың етәксеһе – БР-ың Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Әминов.

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Еңеүселәр 14 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды: «Иң яҡшы спектакль» — Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «Өс таған» (М.Кәрим, реж.А.Федоров) спектакле, «СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова исемендәге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Илгизә Ғилманова (Башҡорт драма театры актрисаһы «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г. Яхина, инсценировка авторы — Я.Пулинович, режиссер А. Абушахманов) спектаклендә Зөләйха башҡарған роле өсөн), «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» — Артур Ҡунаҡбаев («Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Зиновий Кузнец роле өсөн), Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының махсус спрезпризы Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә баҡарған Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн.

1-8 июндә Ҡазанда Төрки халыҡтарҙың «Нәүрүз» Халыҡ-ара театр фестивале үтте, быйылғы фестиваль Башҡортостан театр сәнғәтенә арналды. 2 июнь, беҙҙең театр «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән фестивалде асты.

7 июнендә, БР-ҙың Милли архивында Рәсәй театрҙарының йөҙ йыллығына арналған «Башҡортостандың театр тормошо йөҙ йылда» исемле күргәҙмәһе асылды. Тантананы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салават Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов һәм Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры Ғәлей Хәйретдинов асты.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовты яҡташтары ололаны — уға «Ҡыйғы районының Почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

11-нән 20-се июнгә тиклем Ырынбур ҡалаһында «Гостиный двор» XI Халыҡ-ара театр фестивале уҙҙы. 14 июндә М.Горький Ырынбур дәүләт драма театры сәхнәһендә артистарыббыҙ «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен тәҡдим итте.

12-15 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙҙы. 12 июнь Милли кейеме көнөнә арналды. Был сара барышында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Милли кейем байрамында ҡатнашалтылар.

21 июндә, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Азамат Ғафаров 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрҙе.

Режиссер Айрат Абушахманов Эстонияла танылған продюсер һәм «R.A.A.A.M.» театры етәксеһе Мярт Меос саҡырыуы буйынса Антон Таммсаареның «Юдифь» пьесаһын сәхнәләштерҙе.

26 июндә Салауат Әбүзәров пьесаһы буйынса «Бомба» спектаклдең премьераһы үтте, режиссеры — Фирғәт Ғарипов.

28 июндә Айрат Әхтәм улы Абушахманов театрҙың баш режиссеры итеп тәғәйенләнде.

Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» исемле юбилей миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Беҙҙең театрҙан артистар Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Фидан Сафа улы Ғафаров, Олег Закир улы Ханов, Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова, Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйенов һәм тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәр ойоштороу бүлеге администраторы Римма Ирек ҡыҙы Зәйнулина миҙалға лайыҡ булды!

Ҡаҙағстанда Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына арналған саралар үтте. Башҡортостан делегацияһын, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев етәкләне.

Татарстан республикаһының Беүә дәүләт драма театрында Рәсәйҙең күренекле театр эшмәкәрҙәре Түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Улар араһында беҙҙең театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов та бар.

24-нән 27-се августҡа тиклем Өфө ҡалаһында IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара кинофестивале уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡыҙыл келәмдән үттеләр.

28 август «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивален ябыу тантанаһында Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева «Ҡар яуғанда» ҡыҫҡа метражлы фильмында башҡарған Мәрзиә роле өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Фильмдың режиссеры — Роман Пожидаев.

11 сентября Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды!

11-нән 19-сы сентябргә тиклем Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында милли театрҙарҙың «Федерация» бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы. 15 сентябрҙә беҙҙең театр М. Ю. Лермонтов исемендәге рус дәүләт драма театрының сәхнәһендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле менән ҡатнашты.

20 сентябрь — Йыл һайын үткәрелә торған «Театр төнө» мәҙәни акцияһында ҡатнашты. Беренсе тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһында, «Театрҙар төнө» сиктәрендә, «Эхо Любимовки в Уфе» проекты уҙғарылды.

Беҙҙең театр Иркутск ҡалаһынның Александр Вампилов исемендәге XII Халыҡ-ара заманса драматургия театр фестивалендә ҡатнашты! 22 сентябрҙә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., реж.А.Абушахманов) спектакле Н.П.Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелде.

22 сентябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейында ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Фильмдың режиссеры — А. Галибин. Фильмда беҙҙең театр артистары ла ҡатнашты: И. Ғилманова, Р. Заһитов, Р. Хайсаров, Г. Хайсарова, С. Байегетов, И. Ҡадырова, Йософ һәм Ф. Рәхмәтовтар, З. Юлтаева, һәм дә «Самрау» балалар театр студияһының йәш артисы — И. Әхмәтйәнов.

8 октябрь, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы уҙҙы. Спектакль 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев.

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы флешмобта ҡатнашты! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын йырланы!

12 октябрҙә, Мәскәүҙә БР-ҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының директоры Иршат Фәйзуллин М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы тәрбиәләнеүселәре (студенттары) менән осраштылар.